Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Июнь 2020, 14:20

Сит ерҙәрҙә ҡалды кәүҙәһе...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфө ҡыҙы, Дубайҙа профессиональ фотограф булып эшләгән Юлиә Хәбибуллина матур фоторәсем яһарға теләп, 10 метр бейеклектәге ҡаянан ҡолап һәләк булғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡташыбыҙҙың мәйете әле булһа сит ерҙә. Юлиәнең вафат булыуына ярты ай самаһы ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан,

илдең хоҡуҡ һаҡлау органдары уны ерләүгә рөхсәт бирмәй.
Рәсәйҙең сит ил эштәре министрлығынан белдереүҙәренсә, Өфө ҡыҙы Берләшкән Ғәрәп Әмирлегендә ерләнәсәк.
Юлиәнең яҡын әхирәте Әлфиә әйтеүенсә, башта уҡ ҡыҙҙың туғандары мәйетте яндырыу вариантын инҡар итә, сөнки мосолман ҡанундары буйынса мәйет тиҙерәк ер ҡуйынына тапшырылырға тейеш. Бөгөн улар хатта Юлиәне сит ерҙә ерләргә лә риза.
“Ғәрәп иленең хоҡуҡ һаҡлау органдары Рәсәй илселегенә Юлиәнең мәйетен 31 майға ерләргә ризалыҡ биреүҙе вәғәҙәләй. Һөҙөмтәлә әйтелгән һүҙ үтәлмәй, ҡыҙҙың мәйете әле булһа моргта ҡалыуын дауам итә. Юлиәнең йәне тынысланһын һәм уны кешесә ерләргә ине”, - тип өҙгөләнә әхирәте.
Йәнең йәннәттә булһын, Юлиә...
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: