Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Июнь 2020, 15:04

Ҡоролтай 25 йыллығын билдәләй

“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы үҙенең 25 йыллығын билдәләй.

I Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы сирек быуат элек – 1995 йылдың 1-2 июнендә үткәйне. Ҙур башҡорт йәмәғәт ойошмаһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихының йылъяҙмаһы тап ошо көндә асыла.

– Ойошмабыҙҙың сирек быуатлыҡ юбилейын Башҡорт теле йылында билдәләү тәрән мәғәнәгә эйә. Теүәл сирек быуат элек кеүек, әле лә телде, бай мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлау һәм халыҡты үҫтереү мәсьәләләре өҫ­төнлөк итә. Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә үткәрергә, ошо йылда әүҙем ҡатнашҡандарҙы билдәләп уҙырға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихына һәм яҙмышына ҡағылышы булған шәхестәрҙе бер өҫтәл артына йыйырға ниәтләйбеҙ, – тине Ҡоролтай президиумы рәйесе Эльвира Айыт­ҡолова.

Ҡурсаланыу осоронда ойошманың 25 йыллығына арналған сараларҙы онлайн тәртибендә уҙғарырға ҡарар ителде.
Социаль селтәрҙәрҙә ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихы менән танышырға мөмкин. Тәүге ҡоролтайҙарҙың делегаттары, Башҡарма комитет ағзалары тәьҫо­раттары менән уртаҡлаша. Көн һайын киске сәғәт 8-ҙә Ҡоролтайҙың “Инстаграм”дағы сәхифәһендә башҡорт халҡының милли-рухи үҫешенә тос өлөш индергән күренекле шәхестәр менән видеоосрашыуҙар ойошторола. Улар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының элекке етәкселәре һәм ағзалары, съезд делегаттары, аппарат бел­гестәре. Мәҫәлән, тәүге эфирҙы әлеге Башҡарма комитет ағзалары, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәми­ҙуллин һәм филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов үткәрҙе. Румил Аҙнабаевтың, Әмир Ишемғоловтың, Илгиз Солтанмо­ратовтың сығыш яһауы күҙаллана. Төрлө йылдарҙа Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына етәкселек иткән шәхестәр ҡатнашлығындағы тура эфирҙағы осрашыуҙарҙы Башҡарма комитет ағзаһы, шағирә, журналист Лариса Абдуллина алып бара.

“Инстаграм”да шулай уҡ Ҡоролтай тураһындағы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышырға була. Көн һайын ойошторолған викторинала һәр кем белемен тикшереп ҡарай ала.

Социаль селтәрҙәрҙә онлайн-концерт эстафетаһы башланды. Артис­тар үҙҙәренең сығышын Ҡоролтайҙың юбилейына арнай, эстафетаны коллегаларына тапшыра. Мәҫәлән, “Арғымаҡ” төркөмө һәм Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина интернеттағы тамашасыларын үҙҙәренең ижады менән ҡыуандырып та өлгөрҙө. Уларҙың ҡотлау һүҙҙәре Ҡоролтай сәхифә­ләрендә урынлаштырылды.

Интернеттан файҙаланыусылар өсөн “Башҡортса уҡыйбыҙ” тигән үҙенсәлекле акция ойошторолдо. Бүләктәргә бай акция башҡорт телен­дәге гәзит, журналдарға яҙылыу кампанияһы нигеҙендә уҙғарыла. Теләгән һәр кеше башҡортса баҫмаға яҙылып, аҡсалата бүләк ота ала.

Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агент­лығы, “Юлдаш” радиоһы конкурс-отош ойошторҙо. Унда ҡатнашыу шарттары ябай. Гәзит йәки журналға һәм акцияла ҡатнашыусыларҙың аккаунттарына яҙылырға кәрәк.

Конкурсҡа 2 июндә йомғаҡ яһала. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырыла. Төп бүләктең хаҡы – 30 мең һум.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне
Читайте нас в