Инвалидлыҡ билдәләүҙең ваҡытлыса тәртибе элекке инвалидлыҡ төркөмөн автомат рәүешендә ярты йылға оҙайтырға мөмкинлек бирә. Ябайлаштырылған тәртип балаларға ла ҡағыла.
Әгәр ҙә инвалидлыҡты оҙайтыу срогы 1 марттан 1 октябргә тиклемге осорға тап килһә, инвалидлыҡ автомат рәүешендә алты айға оҙайтыла. Башҡаса бер ни ҙә эшләргә кәрәкмәй. Реабилитация программаһы шулай уҡ ярты йылға оҙайтыла. Элек тәҡдим ителгән бөтә реабилитация саралары, техник саралар менән тәьмин итеү һаҡлана.
Инвалидлыҡ алыуға медицина ойошмалары тарафынан йүнәлтмәләр бирелгән граждандарға бер ҡайҙа ла тикшеренеү үтеү кәрәкмәй. Пенсияны тәғәйенләү һәм түләүҙе Пенсия фонды инвалидтарҙың федераль реестры мәғлүмәттәре нигеҙендә башҡара. Ғариза яҙыу талап ителмәй.