буйынса дәүләт комитеты 2020 йылдың 1 июленән хаҡтың планға ярашлы үҙгәрәсәген хәбәр итте.
Федераль кимәлдә халыҡты яҡлау маҡсатында 2020 йылда Рәсәйҙең һәр төбәге буйынса түләү күләменең үҙгәреү индексын билдәләү ярҙамында граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр, атап әйткәндә, йылытыу, һалҡын һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү, газ менән тәьмин итеү өсөн индергән түләүен сикләү тәжрибәһе дауам ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостандың коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифы 2019 йылдың декабре кимәленән артманы, йәғни 2020 йылдың 1 ғинуарынан элекке кимәлдә ҡалды. 2020 йылдың 1 июленән Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән Башҡортостан өсөн халыҡтың коммуналь хеҙмәттәр өсөн индергән түләүенең уртаса үҙгәреү индексы 3,6% кимәлендә билдәләнде, күрһәтелгән индекс дәүмәленән 2% кимәлендә тайпылыш булыуы ихтимал. Шулай итеп, коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ 5,6% артырға мөмкин.