Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 13:31

“Тимер ҡапҡан”ға эләккән

Йәмле йәй ҙә етте. Оҙайлы карантиндан һуң күңел саф һауаға, йәшеллеккә тартыла. Бигерәк тә балалар өйҙә ултырып сыҙай алмай: урамға дуҫтары менән уйнарға, аралашырға ашҡына, әммә уларҙы төрлө бәлә-ҡаза һағалап ҡына торғанын оноторға ярамай.

Туймазы ҡалаһында 13 йәшлек ҡыҙ балалар майҙансығында бәүелгәндә бәүелсәккә ҡыҫыла. Уға ярҙамға ололар килә, әммә сығара алмайҙар, ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға тура килә.
Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре махсус ҡорамалдар менән тимер бәүелсәкте ҡырҡып, ҡыҙҙы бәләнән аралай, уға медицина ярҙамы талап ителмәй.
Балалар майҙансыҡтарын урынлаштырғанда иң тәүҙә хәүефһеҙлек тәьмин ителергә тейешлеге тураһында күп әйтелә, шуға ҡарамаҫтан, күңелһеҙ хәлдәр күҙәтелеп тора. Балалар хәүефһеҙлеге ололар намыҫында икәнлеген онотмаһаҡ ине.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: