Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 13:06

Төн уртаһында ярға ташлап киткәндәр...

Бөгөн төн уртаһында баш ҡаланың мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә бер ир шылтырата һәм ҡотҡарыусылар ярҙамын һорай. Ә хәл былайыраҡ була.

Ир кеше төнгө берҙә Ҡариҙел йылғаһы буйында йөрөгән саҡта, теге яҡ ярҙан ҡатын-ҡыҙҙың ярҙам һорап ҡысҡырыуын ишетеп ҡала. Был Өфөнөң ВДНХ бинаһы тирәһендә була. Тик ҡараңғы булғанлыҡтан, ир ҡатындың ҡайҙалығын аныҡ ҡына әйтә алмай.
Ҡотҡарыусылар ваҡыт юғалтып тормай. Катер менән әйткән урынға юллана. Шылтыратҡан кеше әйткән тирәне тегеләй-былай бер километр ара эҙләп сыҡһалар ҙа, ҡатынды таба алмайҙар. Аптырағас, улар йылға буйлап үргәрәк күтәрелә һәм эҙләүҙе дауам итә.
Бер сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, ҡотҡарыусылар, ниһайәт, яр буйында бәләгә тарыған кешене таба. Улар 30 йәшлек ҡатынды һыу-ҡотҡарыу станцияһына килтереп сәй эсерә һәм полицияға тапшыра. Табиптар ярҙамы кәрәк булмай.
Төн уртаһында был урынға нисек килеп сығыуы тураһында ҡатын ни бары, кәмәнән төшөрөп киттеләр, тип кенә яуап бирә. Ауыр хәлдә ҡалғаны тураһында үҙе ҡотҡарыусыларға хәбәр итә алмай, баҡтиһәң, мобиль телефоны булмай сыға.
Нисек булһа ла, иҫән ҡалыуына шөкөр.
Фото: gtrk.tv
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: