Даирә
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 20:05

Шанлы тарихтың берҙән-бер иҫән шаһиты ул...

29 майҙа Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылынан Украинаның Изварино ауылына (Луганск халыҡ республикаһы) бер төркөм автоуҙышсылар ҡуҙғалды.

Был сара 112-се Башҡорт атлы дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә бағышланған. Автоуҙышта ҡатнашыусылар урындағы музейға кавалерия дивизияһының байраҡтары күсермәләрен тапшырасаҡ, Миңлеғәле Шайморатов мемориалына һәләк булған һалдаттарҙың табличкаларын ҡуясаҡ, шулай уҡ аллеяла кедр ағасы үҫентеләре ултыртасаҡ.
Автоуҙыш үткәреү башланғысы авторҙары – яҙыусы, журналист, “Ҡаҡшамаҫ һәм легендар 112-се...” (“Несокрушимая и легендарная 112-я…”) китабы авторы Борис Малородов, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Харрасов, “Аҡтау” социаль адаптация үҙәге, “Төнгө бүреләр” байкерҙар клубы.
Автоуҙышта ҡатнашыусылар юл ыңғайы Һарытау өлкәһенең Хвалынск ҡалаһында туҡтап киткән. Унда бөгөн 112-се Башҡорт атлы дивизияһынының берҙән-бер иҫән ҡалған яугире, Советтар Союзы Геройы, 97 йәшлек Георгий Федорович Платонов йәшәй. Ул һуғышта 62-се полкка етәкселек иткән.
Автоуҙышта ҡатнашыусылар Георий Федоровичҡа генерал Шайморатовҡа “Рәсәй Геройы” исеме бирелеүен еткергән.
– Ниһайәт! Беҙ быны барыбыҙ ҙа бик оҙаҡ көттөк, - тип шатланған яугир.
Әйткәндәй, Г. Ф. Платоновтың исеме башҡа батырҙарҙың исемдәре менән бер рәттән, Башҡортостандың Милли музейында урынлашҡан мемориаль таҡтаташта алтын хәрефтәр менән яҙылған, унда 112-се Башҡорт атлы дивизияһының барлыҡ Советтар Союзы Геройҙары теркәлгән. Ошондай уҡ таҡтаташ 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт атлы дивизияһы музейында ла бар.
Фотолар автоуҙышта ҡатнашыусыларҙан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в