«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә, ошо көндәрҙә Өфөлә һыу инеү миҙгеленә әҙерлек башланды. Ҡотҡарыусылар рәсми пляждар урынлашырға тейешле һыу ятҡылыҡтарын таҙарта. Быйыл ҡалала туғыҙ пляжды асыу күҙаллана. Коронавирус инфекцияһы пандемияһы арҡаһында һыу инеү миҙгеленең башланыу ваҡыты күсерелеүе ихтимал.