Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 14:29

Прокурор ярҙамсыһы иҫерек булғанмы?

Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһында бик күңелһеҙ хәл булған: 30 йәшлек водитель “Мазда” автомобилендә биш йәшлек баланы бәрҙергән.

Был хаҡта “Горобзор” порталы хәбәр итә һәм үҙҙәренең сығанағына һылтанып, водитель рулгә иҫерек килеш ултырған, тип белдерә. Унан тыш, был йәш ир прокурор ярҙамсыһы, тигән мәғлүмәт тә бар. Ул Калинин һәм Бекетов урамдары киҫелешкән урында, светофорҙың тыйыу уты яныуға ҡарамаҫтан, хәрәкәтен дауам иткән һәм йәйәүлеләр өсөн үткел буйлап велосипедта үтеп барған баланы бәрҙергән.
Шаһиттар әйтеүенсә, ир алкоголле эсемлек ҡулланыуға тикшерелеүҙән баш тартҡан. Эш материалдары төбәк прокуратураһына ебәрелгән.
Бәхеткә күрә, бала ҙур зыян күрмәгән, еңел йәрәхәттәр алған. Әлегә хоҡуҡ һаҡлау органдары хәлгә рәсми аңлатма бирмәгән.
Фото: Ксения Калинина
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: