Ниндәй шөғөлдәрҙе күҙ уңында тота документ? Йорт мәшәҡәттәре, йыуыу-йыйыштырыу, ашарға әҙерләү, балалар һәм өлкәндәрҙе тәрбиәләү һәм башҡа шөғөлдәр. Закон проектында аҡсаны алыу өсөн шарттар ҙа күрһәтелгән. Мәҫәлән, ғаиләлә бындай пособиены бары бер генә кеше алыу хоҡуғына эйә, өҫтәүенә ғаиләлә йән башына тура килгән уртаса килем йәшәү минимумының икеләтелгән дәүмәленән ҙур булмаҫҡа тейеш. Закон проекты парламентта тауыш биреүҙең бөтә этаптарын үтеп, Президент тарафынан раҫланһа, киләһе йылдың 1 ғинуарынан йорт хужабикәләре пособие ала башлаясаҡ тигән һүҙ.