Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 17:50

Гранаттан бәлеш бешергәнегеҙ бармы?

Сибай уңғанбикәһе Гөлгөнә Байегетова үҙенең дуҫтарына өр-яңы бәлеш рецебы тәҡдим итә. Уны беҙ ҙә һеҙҙең менән бүлешергә булдыҡ.

“Ҡасандан инде гранат емешен ҡулланып бәлеш бешереп ҡарарға уйым бар ине, бына, ниһайәт, шул уйымды тормошҡа ашырҙым: бәлешем иҫ киткес тәмле еҫтәр сығарып бешеп сыҡты. Был үҙенә күрә минең эксперимент, төрләндереп бешереп ҡарарға яратам”, - ти Гөлгөнә.
Үҙенсәлекле бәлеш өсөн иң тәүҙә 100 грамм эремсек, 100 грамм кибет ҡаймағы (20 процентлыһы), ике йомортҡа, 100 грамм йәки ярты стакан шәкәр ҡомо, ванилинды бергә ҡушып болғарға.
“Ҡамырын ғәҙәттәгегә сүпрә менән эшләнем, мин уны яртылаш һөт менән һыуға баҫам”, - ти Гөлгөнә.
Ҡамырҙы табаға йәйеп һалғас, уртаса ҙурлыҡтағы бер гранат емешен таҙартып һалырға, өҫтөнә эремсек ҡушылған массаны һалып тигеҙләргә. 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә бәлештең ситтәре ҡыҙара төшкәнсе бешерергә.
“Табынығыҙ йәмле, ял көнөнөң сәйҙәре тәмле булһын!” – ти Сибай оҫтабикәһе.
Фотолар: Г. Байегетованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в