Был турала оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне. Уның һүҙҙәре буйынса, республика аграрийҙары яҙғы сәсеү эшен тамамлаған тиерлек. Барлығы 2,02 миллион гектар ер сәселгән. Ни бары 39 мең гектар ерҙә эш ҡалған, был башлыса һаҙлыҡлы һәм дымлы урындар.
Был эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарыуҙа яңы техника ныҡ ҡына ярҙам иткән. Йыл башынан алып хужалыҡтар һәм фермерҙар төрлө класлы 243 трактор, ер эшкәртеүсе һәм сәсеү машиналары һатып алған. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, бөгөн “Росагролизинг” компанияһына лизинг буйынса яңы техника алыуға килгән һәр унынсы ғариза Башҡортостандан. Был йәһәттән Башҡортостан Башлығы ауыл хужалығы техникаһын лизингҡа алыуҙың өҫтөнлөклө яҡтарын анализларға һәм 2025 йылға машиналар һәм агрегаттар паркын яңыртырға ҡушты.
– Быйылғы сәсеү кампанияһының ниндәй сетерекле шарттарҙа башланғанын барыбыҙ ҙа күрҙе. Бында һауа торошо ла, коронавирус та килеп ҡушылды. Беҙҙең ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә – афарин! Барлыҡ һынауҙарҙы лайыҡлы үттеләр һәм яҙғы сәсеүҙе ваҡытында тамамланылар, – тине Радий Хәбиров.
Бынан ары Башҡортостан Башлығы “Ауыл хужалығы сәғәте”н дә үткәрә башлаясаҡ. Унда тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләлре ҡараласаҡ. Уның тәүгеһе иртәгә, 2 июндә үтәсәк һәм итле малсылыҡты үҫтереү темаһы ҡараласаҡ.
Ауыл хужалығы темаһына туҡталып, Радий Фәрит улы һабантуй мәсьәләһенә лә туҡталды.
– Һабантуйҙарға килгәндә, әлегә был мәсьәлә асыҡ ҡала. Коронавирус буйынса хәлдәрҙең нисек тороуына ҡарап план төҙөйәсәкбеҙ, – тине ул.