Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 13:12

Башҡортостанда йәшендән һуң 30-ҙан ашыу тораҡ пункт утһыҙ ҡалған

31 майҙа кис көнө көслө ел электр тапшырыу линияларына зыян килтергән.

Баҡалы һәм Шаран райондары биләмәһендәге 31 ауыл утһыҙ ҡалған.
Урында электр тапшырыу линияларын ремонтлау өсөн «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 30 кешенән торған дүрт бригадаһы, дүрт берәмек техника эшләй, тип хәбәр итте Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
2020 йылдың 1 июнь иртәһенә дүрт тораҡ пунктта, 74 йортта ут юҡ, уларҙа 253 кеше йәшәй, шуларҙың 59-ы — балалар.
Фото: Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: