Даирә
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 21:05

“Башҡортостан кәзәһе” туристарҙы көтә!

Мәләүез районында урынлашҡан “Башҡортостан кәзәһе” экофермаһы ял итеү өсөн туристарҙы саҡыра.

Ул “Башҡортостан” милли паркында тип әйтерлек урынлашҡан. Урал тауҙары итәгендә айырыуса һауа саф, болондары шау сәскә, шишмә һыуҙары эсеп туймаҫлыҡ.
Бына бер нисә йыл инде экоферма һатып алыусыларҙы үҙенең тәбиғи тәмле ризыҡтары менән ҡыуандыра. Эремсек, ҡаймаҡ, сырҙар – барыһы ла кәзә һөтөнән. Сырҙың бер нисә төрө бар. Уларҙы етештереүҙә антибиотиктар, консерванттар ҡулланмайҙар, барыһы ла тәмле, зарарлы ҡушымталарһыҙ.
-Мин һеҙҙең барығыҙҙы ла ферма буйлап экскурсияға саҡырам. Һеҙ бында йәнле, ысын тәбиғәт менән осрашасаҡһығыҙ. Саф һауа һулап, тәбиғәттә ял итеп, бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙән арынырһығыҙ. Экоферманың “йондоҙҙары” – беҙҙең яратҡан кәзәләребеҙ, уларҙан да таҙа йән эйәләре юҡ. Кәзә һөтөнөң ифрат файҙалылығын һәм үҙенсәлектәрен белерһегеҙ, сырҙың нисек етештерелеүен күрерһегеҙ. Экоферманың бөтә продукцияһын мотлаҡ тәмләп ҡарарһығыҙ! – тип саҡыра беҙҙе экоферманы булдырған Эдуард Ниғмәтуллин.
Уны башҡа яҡтан да яҡшы беләләр районда. Нисәмә йыл инде мохтажлыҡ кисергән ғаиләләргә бушлай кәзә бәрәстәрен тарата. Быйылғы ябай булмаған шарттарҙа Стәрлетамаҡ табиптарына һөт, сыр ташыны, хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнашты. Бына шундай уҙаман йәшәй Мәләүездә.
Фото: Башинформ.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: