Даирә
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 23:20

Ҡатын-ҡыҙ өсөн ниндәй бутҡа иң файҙалыһы?

Бутҡа элек-электән төп ризыҡтарҙың береһе һаналған. Хәҙер ҙә шулай. Дөгө, ҡарабойҙай, һоло, манный бутҡалары күптәребеҙҙең көндәлек рационында. Ә бына ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡайһыһы иң файҙалыһы?

Етендеке. Ни өсөн тигәндә, уның составындағы лигнан тигән матдә ҡатын-ҡыҙҙың енес ағзаларын яман сирҙәрҙән һаҡлай, мастопатия, эндометриоз, климакс булғанда бик яҡшы ярҙам итә икән. Ҡырҡтан уҙған гүзәл заттың рационында етен мотлаҡ булырға тейеш. Лигнан кунжут орлоғо менән сояла ла бар, тик етенгә ҡарағанда күпкә кәмерәк.
Етен майы – иң шәп ябыҡтырыу сараһы. Уның 43 проценты туйындырылмаған май кислотаһынан тора. Һөҙөмтәлә матдәләр алмашыныуын күпкә тиҙләтә, организмды бөтә артыҡ нәмәләрҙән арындыра. Эсәклекте таҙартҡанда да етен орлоғона тиңдәр юҡ. Ул эскә ингәс бүртеп, щетка ролен башҡара, барлыҡ токсиндарҙы үҙенә һеңдерә.
Етен орлоғон ошолай ҡулланып ҡарарға була: уны ҡәһүә тартҡыстан сығарып, өҫтөнә һалҡын һыу һалығыҙ ҙа, бүрткәс, кефирға йәки йогуртҡа ҡушып ашағыҙ. Уны күберәк ҡулланған һайын, һыуҙы ла күберәк эсергә кәрәк.

Арпа бутҡаһы ла ҡатын-ҡыҙҙыҡы тип һаналырға хоҡуҡлы. Ни өсөн тигәндә, ул бик аҙ калориялы. Хатта һоло бутҡаһында ла калориялар күберәк. Ябығырға теләгәндәр өсөн иһә арпанан да ҡулайы юҡ. Унда калий һәм натрий күләме нәҡ беҙгә кәрәгенсә генә. Һөҙөмтәлә организмдан артыҡ һыуҙы ҡыуа, шешенеүҙе бөтөрә. Арпаның тағы бер үҙенсәлеге – ул бик оҙаҡ тамаҡты туҡ тота. Ул оҙаҡ бешә, шуға күрә төнгә һалҡын һыуға һалып ҡалдырһаң яҡшыраҡ. Мультиваркала әҙерләнгәне айырыуса тәмле килеп сыға.

Бойҙай бутҡаһы. Уны һимертә тиеүҙәре дөрөҫ түгел. Майлы һөттә бешереп, мул итеп май һалмаһаң, бойҙай бутҡаһы фигураны боҙмай. Ярма В2 витаминына бай. Ә был ябығырға теләгәндәр өсөн бик мөһим, сөнки әлеге витамин матдәләр алмашыныуын тиҙләтә, нервы системаһын тынысландыра: билдәле булыуынса, диета тотҡандар ҡайһы саҡта ҡыҙып китеүсән.
В2 витаминын матурлыҡ витамины тип тә атайҙар. Ул тырнаҡтарҙы нығыта, сәстәрҙең ҡуйы булып үҫеүендә лә уның роле ҙур, тирене шымарта... Бойҙай бутҡаһын бешергәндә дөбөр-шатыр ҡайнатмаҫҡа, утта оҙаҡ тотмаҫҡа ғына кәрәк, юғиһә витаминдар тарҡала башлай. Ете минут бешергәс, ҡалын таҫтамал менән төрөп тотоғоҙ, парланып, үҙе бешеп етер. Бойҙайҙың тағы бер мөһим үҙенсәлеге – уны элек-электән ата-бабаларыбыҙ ҡулланған. Беҙҙең генетика инде уға шул тиклем күнегеп бөткән, организмыбыҙҙа бойҙайҙағы һәр файҙалы элементты үҙләштереү өсөн етерлек ферменттар бар. Шуға ла, файҙалы элементтарға бик бай, ләкин беҙҙең өсөн ят ризыҡҡа ҡарағанда, үҙебеҙҙең бойҙайыбыҙ үҙебеҙгә файҙалыраҡ.

Фото: zen.yandex.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас в