Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 17:35

Аҡса бөгөндән түләнә башлай

Тәүге түләүҙәрҙе бөгөндән ала башлаясаҡтар.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында вице-премьер, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова коронавирус пандемияһы ваҡытында Владимир Путин иғлан иткән ярҙамдың береһе – өс йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә 10 мең һум түләү башлана тине. Тәүге түләүҙәрҙе бөгөндән ала башлаясаҡтар. Уны алыу өсөн ата-әсәгә Дәүләт хеҙмәттәре сайты аша ғариза ебәреү етә ине.
– Был иң ҙур һәм иң көткән түләү. Уны беҙҙең республикала 709 мең бала аласаҡ. Пенсия фонды вәкилдәре хәбәр итеүенсә, 400 мең баланың ата-әсәһе ғариза биреп тә өлгөргән. Яйлап бөгөндән башлап уларҙың иҫәптәренә аҡса күсә башлаясаҡ, – тине Ленара Иванова.
Шулай уҡ вице-премьер белдереүенсә, оҙаҡламай өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр өсөн дә пособие түләнә башлай. Улар аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә тейеш һәм даими түләнәсәк.
– 10 мең һумды бер тапҡыр ғына түләһәләр, өс йәштән ете йәшкә тиклемге түләүҙәр беҙҙең менән мәңгегә ҡаласаҡ. Был түләүҙе 90 мең ғаилә аласаҡ, 50 меңдән ашыу ғариза бирелгән. Ғаризаларҙы дистанциялы формала ҡабул итеү дауам итә, – тине ул.
Тағы бер яңылыҡ: бөгөндән йәш ярымға тиклемге бала ҡарағандарҙың минималь пособиеһы ике тапҡырға артасаҡ. Был ярҙам студент йәки эшһеҙ ата-әсәләргә ҡағыласаҡ.
Фото: novostidnja.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: