Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 13:00

14 йәшлек үҫмер батҡан...

14 йәшлек үҫмер тиҫтерҙәре менән ял итергә бара

Йәй етеп, көндәр эҫетеү менән халыҡ йылға-күлдәр тирәһенә ағыла башланы. Махсус пляждар әле асылмаһа ла, ҡайһы берәүҙәр һыуға ла төшә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ярамаған ерҙә һыу инеп, бәләгә осрағандар тураһында күңелһеҙ хәбәрҙәр ҙә ишетелә башланы. Ufacity.ru порталы белдереүенсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында 14 йәшлек үҫмер тиҫтерҙәре менән ял итергә бара, улар ярамаған урында һыу инә. Яндарында өлкәндәр булмай. Бик йәл: 14 йәшлек үҫмер батып үлә...

Әлеге мәлдә тәфтишселәр ҡаза сәбәптәрен асыҡлай, тикшереү эштәре алып бара.

Балаларҙың хәүефһеҙлеге - өлкәндәр ҡулында, уяулыҡты юғалтмайыҡ, йәйге каникул мәлдәрен имен үткәрергә яҙһын.

Фото: Ксения Калинина
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: