Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
30 Май 2020, 15:45

Ҡотҡарыусы ирҙе эҙләйҙәр

Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер йәш ир ике малайҙы үлемдән ҡотҡарған.

Ул был көндә Ашҡаҙар йылғаһы буйында йөрөгән. Ошо мәлдә ике малай хәүефле урында һыу ингән. Береһенә – 12, икенсеһенә ни бары 9 ғына йәш. Малайҙар малайҙар инде, күҙ-ҡолаҡ булмаһаң, бәлә сығарырға ғына торалар.
Көслө ағым уларҙы ағыҙып алып китә. Бата башлаған малайҙарҙы күреп ҡалып, ир уларҙы ҡотҡарырға һыуға ташлана. Бер баланы һөйрәп алып сыға һәм ҡотҡарыусыларға хәбәр итә. Улар йәһәт килеп етеп, икенсе малайҙы һыуҙан алып сыға. Бәхеткә күрә, балалар иҫән-һау, сәләмәтлектәре ҡәнәғәтләндерерлек.
Тик ҡотҡарыусы ир эҙһеҙ юғалған, исем-шәрифе лә билдәле түгел. Ҡаланың авария-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Михаил Цовбундың балаларҙы үлемдән ҡотҡарған ирҙе табып, рәхмәт белдергеһе килә.
Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: