Даирә
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
30 Май 2020, 18:26

"Ҡайҙа алып килдегеҙ мине?!"

Күптәнге танышым Франис Килдеғошов сираттағы тапҡыр вахтанан ҡайтҡанда тура тыуған йортона түгел, ә Нефтекама ҡалаһындағы дуҫына ҡунаҡҡа юлланған.

Бер-ике көндән кәйеф-сафа ҡороуҙан арып, кәләше янына ҡайтҡыһы, балаларын күргеһе килә башлаған. Һөҙөмтәлә хәйләгә барған – иртән тәүге әтәстәрҙең тауышы ишетелеү менән, берәүгә лә өндәшмәйенсә, шым ғына ҡаланың автовокзалына һыпыртҡан. “Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына” тигәндәй, шунда уҡ такси табылып, тәпәй баҫҡан Балтас районына юлланған.
Бер нисә көн ҡунаҡ булыу үҙенекен иткән – ныҡ йонсоған, автомобилгә инеү менән әүен баҙарына киткән. Тейешле урынға килеп еткәнде лә һиҙмәгән. “Балтасҡа килеп еттек, төшөгөҙ”, – тип водитель саҡ уятып алған. Ғәжәп, бөтөнләй ят күренеш...
– Миңә Балтас районы кәрәк бит, – тигән пассажир.
– Шул инде, Балтас таһа!
Баҡтиһәң, Фәрит Килдеғошовты Татарстандың Балтас районына килтергәндәр...
– Теге саҡ таң менән автовокзалда таксистар “Һеҙгә ҡайҙа барырға?" тип һырып алғас, “Балтас районына!” тинем. Бына шулай итеп йәһәннәмгә олаҡҡанмын. Уйлап ҡараһаң, Нефтекама ҡалаһынан Иҫке Балтас ауылы яҡынса 140 саҡрым, сәғәт ярымлыҡ юл инде. Ярай, ни хәл итәһең, күршеләрҙәге Балтас районын тағы ҡасан күрер инем әле! - тип ҡуйҙы танышым.
Фото: Т.Роза
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: