Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
30 Май 2020, 15:20

"Апай, шул тиклем сирләйем мин, ашҡаҙаным яна"

Быйыл ғинуарҙа яратҡан йырсыбыҙ Вәсилә Фәттәхованың арабыҙҙан киткәненә дүрт йыл булды.

Ул 1979 йылдың 31 декабрендә Белорет ҡалаһында тыуған һәм унда йәшәгән Сания апаһы янына ҡайтып йөрөгән. Социаль селтәрҙәрҙә баҫылған әңгәмәлә Сания апай Вәсилә менән һуңғы тапҡыр күрешеүе, һөйләшеүе хаҡында бәйән итә.

"Һуңғы тапҡыр Белоретҡа ҡайтҡанда Вәсилә, ниңәлер, бер үҙе генә ине. Быға тиклем гел Кәрим менән килер, ҡайнағаһын да эйәртер ине. Ике көн миндә булып, барлыҡ туғандарын күреп, хәлдәрен белде. Хәҙер генә уның шул рәүешле беҙҙең менән хушлашыр­ға ҡайтҡанын аңлайым. Һуңғы тапҡыр 29 декабрь телефон аша һөйләштек. "Сания апай, шул тиклем сирләйем мин, ашҡаҙаным яна", - тине. Уны-быны уйламаным да, үтә торған сирҙер, тинем. Беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу булды ул. Үлемен ауыр кисерҙек, хәҙер йырҙарын тыңлау ҙа бик ҡыйын. Ул бит тормошто ныҡ яратты. Артығы менән тырыш булды. Янындағы барлыҡ кешеләрҙе маҡтап туя алмай ине. Кешене бүлдермәй тыңлай белде. Кәңәштәрен йәлләмәне. Атаһы ла, әсәһе лә матур кешеләр булды. Ябайҙар ине. Флүзә - төҙөүсе, Рәзиф шофер ине. Камилә исемле яратҡан әбейе бар ине. Уның исемен ҡыҙына ҡуштырҙы ла", - тип һөйләне Сания апай.

Фото: 24smi.org
Автор: Самат Ғәлин
"Башҡортостан" гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в