Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Май 2020, 12:36

Һалам сәсле малай

Ул ҡаҡса ғына, бәләкәс кәүҙәле, һап-һары һалам сәсле, асыҡ йәшел күҙле. Ипле, татыу ғаиләлә тыуһа, уны ата-әсәһе бик ныҡ яратыр, “ҡояшым, күҙ нурым” тип иркәләр ине, моғайын... Әммә Сережаның эскесе атаһынан, йүнһеҙ балаларының ҡылыҡтарынан арып бөткән ҡарт өләсәһенән, битарафлыҡ һәм эскелек һаҙлығына батҡан туған­дарынан башҡа бер кеме лә юҡ.

Күрше малайҙың мәктәпкә йүнәлгәнен тәҙрәнән күҙәтәм: инде ҡырҡ ҡат йыуылған иҫке салбарын, ағаһынан ҡалған, бер аҙ ҙурыраҡ күлдәк-курткаһын кейеп, ауыр сумкаһын һөйрәп, ихлас аҙымдар менән сығып китә ул.

Сережаның әсәһе уға ике йәш самаһы булғанда йәш кенә көйөнсә вафат булған. Малай эшләүҙән бигерәк эсеүҙе яратҡан яуапһыҙ атаһы ҡарамағында ҡалған. Был һөмһөҙ ирҙе – көн һайын ҡырын тейәп, ҡырҡ ҡатлы итеп һүгенә-һүгенә, урам ярып ҡайтҡан Володяны — донъяла ипкә килтерерлек көс юҡтыр инде, күрәһең: олоғайған әсәһен, балаларын уйлау юҡ, тапҡаны шешәгә китеп тора. Килем тигәне лә шул ғына: колхозда эш хаҡын тотҡарлыҡ менән түләйҙәр, ғаиләләге төп аҡса – бала­ларҙың етемлек буйынса алған пособиеһы. Изге күңелле кешеләр Сережаға иҫке кейем-һалым бирә, өләсәһе хәленән килгәнсә тамағын хәстәрләй. Хәйер, ҡарсыҡтың бәләләре былай ҙа баштан ашҡан. Уның “араҡыға өйләнгән” тағы ла ике улы, иренән ике бәләкәй балаһы менән айырылып ҡайтҡан эшлекһеҙ, ялҡау ҡыҙы бар, бөтәһе лә бер ҡаҙанда ҡайнай.

Бәхетһеҙгә ел ҡаршы тигәндәй, оло ғаиләнең берҙән-бер терәге – ала һыйырҙары быйыл ҡыҫыр булды, ә көҙгө һыуыҡтар төшкәс, малҡай көтөүҙән ҡайтманы. Ялан-урмандар, бушап ҡалған батҡаҡлы баҫыуҙар буйлап өс-дүрт көн самаһы эҙләп, тамам тәҡәттәре ҡороғас, әбей күрше Мариянан кәрт тә һалдырып ҡараны, уныһы өмөтләндергән булды, әммә һыйыр барыбер табылманы.

Көрсөккә терәлделәр. Он запасы бөттө, аҡтан да яҙҙылар, ә тамаҡты туйҙырырға кәрәк бит! Аҡтыҡ кәзәне һуйҙылар. Ярай әле, кар­туф ишелеп уңғайны, кәбеҫтә, кишер кеүек йәшелсә лә йыйып алынды.

...Бына ошондай хәл-ваҡиғалар, мәшәҡәттәр араһында көн итә Сережа. Әммә бик бошоноп китмәй ул: тормош шулай була икән, тип балаларға хас бер ҡатлылыҡ менән Алла биргән һәр көндө ҡаршылай, мәктәпкә бара, тиҫтерҙәре менән аралаша, уйнай, һуғышып илап та ала, кисен иһә, атаһына оҡшатып һүгенә-һүгенә, сыртлатып төкөрөп, сыбыртҡы шартлатып хужалыҡта берҙән-бер мал булып ҡалған башмаҡты көтөүҙән алып ҡайта.

Ҡайһы саҡта урам буйында йәки йомош-фәлән менән ингән саҡта (йә тоҙ, йә икмәк һорап) Сережа менән әңгәмә ҡорам.
– Мәктәптә күңелле, унда дуҫтарым күп, – ти Сережа. – Миңә бигерәк тә рәсем дәресе оҡшай.

Малай күп һөйләй, теле-телгә йоҡмай. Нимә әйтергә теләгәнен асыҡ итеп аңлата белә. Хәйләкәрлеге лә бар.
Уның киләсәге күңелһеҙ икәнен аңлайым. Ояһында ни күргән, шул буласаҡ. Моғайын, бик иртә тәмәке тәмен, араҡы шауҡымын татып ҡарар, уҡырға булған теләге лә һүрелер. Атаһы ҡасандыр әсәһен йәберләгән кеүек, ҡатын-ҡыҙҙарҙы рәнйетергә лә күп һорамаҫ, сөнки алма ағасынан йыраҡ төшмәй. Аңлайым, әммә бер нимә менән дә ярҙам итә алмайым. Йәл...
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Фото Т.Роза
Читайте нас: