Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Май 2020, 18:37

Бер тәүлектә - ике фажиғә

Утты һүндергәс, үле кәүҙәләр табыла...

Республикала бер тәүлек эсендә янғында ике кеше һәләк булған. Фажиғәле хәлдәрҙең икеһе лә баҡса йорттарында теркәлгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә Нефтекама ҡалаһы янындағы “Мичурин” баҡсасылар ширҡәтендә бер ҡатлы йорт яна. Утты һүндергәс, ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһе табыла.
“Ҡыҙыл әтәс” менән бәйле йәнә бер аяныслы хәл бөгөн Краснокома районы Николо-Березовка ауылының “Ҡайынҡай” баҡсасылар ширҡәтендә теркәлә. Янғын сыҡҡан йортта ир кәүҙәһе табыла.
Янғын сығыу сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара.
Көндәрҙең ҡоро һәм эҫе тороуы янғын сығыуға килтереүе мөмкин. Һаҡ булайыҡ!
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: