Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Май 2020, 17:04

Башҡортостандан Луганск өлкәһенә генерал Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә автоуҙыш ойошторола

29 майҙа Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылынан легендар 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә автоуҙыш башлана.

Автоуҙышта ҡатнашыусылар кавалерия дивизияһы байраҡтары күсермәләрен тапшырыу, Миңлеғәле Шайморатов мемориалына һәләк булған һалдаттарҙың табличкаларын ҡуйыу, шулай уҡ аллеяла эрбет үҫентеләре ултыртыу өсөн Луганск өлкәһе Изварино пунктына тиклем барып етергә ниәтләй.
Акцияны үткәреүгә рухландырыусы – яҙыусы, журналист, «Несокрушимая и легендарная 112-я…» китабы авторы Борис Малородов.
Сараны Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Харрасов, «Аҡтау» социаль яраҡлаштырыу үҙәге, «Төнгө бүреләр» байкерҙар клубы ойоштора.
Автоуҙыш иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Фото Кармаскалинская новь
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в