Даирә
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Май 2020, 15:20

Бәхет (нәҫер)

Көтмәгәндә ишек асылып китте лә, өйгә бәхет килеп инде. Берәү генә түгел, икәү. Мут йылмайып, өй түрендәге гөлдәр араһына сумдылар. Булмаҫ тиһегеҙме?

Бәхетемдең емештәре, тормошомдоң гүзәллеге - ейән-ейәнсәрҙәрем ул. Бергәләп тәмле-тәмле ризыҡтар менән уларҙың тәтелдәгәнен тыңлай-тыңлай сәй эскән миҙгелдәр мәңге онотолмаҫлыҡ бит!
Ейәнсәрҙәремдең тауыштары тәҙрәгә төшкән ҡояш нурҙары кеүе өйөмдө нурға күмә. Шатлыҡ хистәренә ҡойоноп, һөйөнөп, таң ҡалып, ошо бәхетем өсөн рәхмәт тойғолары кисерәм. Ҡояш нурҙары һипкән тыуған еремә, тыныс күгемә шөкөр ҡылып, доғаларымды ҡылам.
Илем күге һәр саҡ аяҙ, ҡыуаныстарым икһеҙ-сикһеҙ булһын. Һәр кемебеҙҙең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре тик бәхет тойғолары ғына бүләк итһен.
Миңнифә Батталова.
Үтәгән ауылы.
Читайте нас: