Даирә
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Май 2020, 18:15

ЙОНДОҘНАМӘ (25 – 31 май)

Матур үтһен ялығыҙ

ҠУҘЫ
Был аҙнала эштә уңыш юлдаш булыр. Тик мәсьәләләрҙе йәшереп ҡалдырырға маташ­мағыҙ, асыҡтан-асыҡ һөйлә­шегеҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшер, моғайын, сабыр булығыҙ.

БУҒА
Тәнҡит һүҙҙәрен әйтер алдынан эҙемтәләре тураһында уйлағыҙ. Уйлап эш итһәгеҙ, сетерекле проблеманы ла үҙегеҙҙең файҙаға хәл итә алырһығыҙ. Яҡындарығыҙ, ғаиләгеҙ өсөн ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ.

ИГЕҘӘКТӘР
Тулҡынландырғыс мәл­дәр, яҡшы яңылыҡтар көтө­лә. Эргәгеҙҙә ышаныслы кеше бар, ул һеҙгә һәр йәһәттән терәк булыр. Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә иғтибар итмәҫкә тырышығыҙ. Ғөмүмән, был аҙнала борсолорға урын юҡ.

ҠЫҪАЛА
Уйлап башҡарылған ғә­мәлдәр һөнәри үҫешкә бу­лыш­лыҡ итер, ижади һә­ләтегеҙ асылыр. Эш күбәйеп китер, уның ҡарауы, яҡшы белгес булараҡ абруйығыҙ артыр. Шишәмбе мөһим мәсьәләләрҙе кисектереп тороғоҙ.

АРЫҪЛАН
Эшмәкәрлектә ҙур үҙгә­рештәр көтөлә кеүек. Көс-ҡеүә­тегеҙ ташып торһа ла, алдан төҙөл­гән пландан тай­пылмаҫҡа кәңәш ителә. Аҙна аҙағына әүҙемлекте кәметеп, бер аҙ ял итеп алығыҙ, сөнки табыш артынан ҡыуып, һаулығығыҙға зыян килеүе бар.

ҠЫҘ
Белем алыу, һөнәри яҡтан камиллашыу тураһында уйланығыҙ. Тормош алды­ғыҙға һынауҙар ҡуйыуы ихтимал. Аҡсағыҙҙы һаҡлабыраҡ тото­ноғоҙ, ҡиммәтле әйберҙәр һатып алмай тороғоҙ. Шәмбе ҡыҙыҡлы осрашыу көтә.

ҮЛСӘҮ
Был аҙнала тормошоғоҙ ыңғай яҡҡа үҙгәреп, алды­ғыҙҙа киң мөмкинлектәр асылыр. Ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн көс-дәртегеҙ ташып торор. Тик сит-яттарға пландарығыҙ тураһында һөйләмәгеҙ. Уларҙың һеҙҙе үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуы йәки алдауы ихтимал.

САЯН
Шәхси тормошоғоҙҙа ың­ғай үҙгәрештәр башланыр. Эштә лә уңышлы осор көтөлә. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙә фе­керегеҙҙе ҡыйыу яҡлағыҙ, ныҡыш­малылыҡ күрһә­тегеҙ. Матди хәлегеҙ күҙгә күренеп яҡшырыр.

УҠСЫ
Киләсәккә план ҡороу һәм уңышҡа өлгәшеү өсөн күктән ергә төшөргә ваҡыт. Эштә үҙегеҙгә иғтибарҙы йәлеп итмәҫкә тырышығыҙ. Был аҙнаға һеҙҙең девиз: “баҫалҡылыҡ һәм итәғәтлелек”. Өҫтәмә килем сығанағы табырһығыҙ.

ЫЛАҠ
Аҙна ярайһы уҡ көсөр­гәнешле булмаҡсы, шуға күрә эш әүҙемлеген бер аҙ кәметеп торорға ла мөмкин. Күсемһеҙ милеккә бәйле мәсьәлә ыңғай хәл ителер, отошло тәҡдим ишетерһегеҙ.

ҺЫУҒОЯР
Ваҡиғалар һеҙҙең файҙаға булһын тиһәгеҙ, инициатива күрһәтегеҙ, йыйнаҡ булығыҙ. Шишәмбе һәр йәһәттән закон буйынса эш итегеҙ. Ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмаһағыҙ, мотлаҡ уңышҡа өлгәшерһегеҙ.

БАЛЫҠ
Эштә хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәр яҡшы­рыр, абруйығыҙ артыр. Шаршамбы ниндәйҙер тәҡдим яһарҙар, һөҙөмтәлә мул ғына табыш алырһығыҙ.
Читайте нас: