Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Май 2020, 17:15

Ятаҡта хәлдәр нисек?

Пандемия ваҡытында вуз ятаҡтарында йәшәгән студенттарҙың сәләмәтлеге нисек?

Башҡорт дәүләт медицина университеты ректораты һәм университет клиникаһы уларҙың һаулығын хәстәрләп, Өфөлә төрлө уҡыу йорттарында белем алған студенттар өсөн медицина хеҙмәте ойошторҙо.
Һигеҙ терапевттан, участка табибынан һәм өс эпидемиологтан торған команда көн һайын студенттар йәшәгән ятаҡтарҙа була, һәр кемдең температураһын үлсәй, үҙҙәрен нисек тойоуҙарын белешә. Әлегә коронавирус билдәләре булған кешеләр табылмаған, әммә “дошман”дың ҡайҙалыр эргәлә йөрөүе билдәле, шуға күрә һаҡлыҡ, уяулыҡ ҡамасауламай.
Әгәр ҙә сир билдәләренә шик тыуһа, студенттарҙы шунда уҡ университет клиникаһына тест биреү һәм компьютер томографияһы үтеү өсөн ебәрәсәктәр. Табип-стажер Салауат Шәмсетдинов әйтеүенсә, улар алты вуз һәм 20 урта махсус белем биреү йорттары студенттарын контролдә тота. Шулай уҡ ятаҡтарҙа йәшәгән хеҙмәткәрҙәр, уҡытыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларының сәләмәтлек торошон тикшереү ҙә улар өҫтөндә.
Фото:Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: