Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Май 2020, 19:40

"Мәғариф сәғәте"ндә нимәләр ҡаралды?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн-форматта “Мәғариф сәғәте” үткәрҙе.

Унда ҡатнашыусылар мәктәп һәм вуздарҙа дистанциялы белем биреүҙе ойоштороу, БДИ-ға әҙерлек һәм балаларҙы һауыҡтырыу кампанияһын үткәреү мәсьәләһен ҡараны.
– Бөгөн башланғыс класс уҡыусылары уҡыу йылын тамамлай, 29 май өлкәндәр өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырайасаҡ. Һуңғы сирек беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә, ә айырыуса уҡыусылар һәм педагогтар өсөн етди һынауға әйләнде – коронавирус ҡурҡынысы арҡаһында беҙ белем биреүҙе дистанциялы форматҡа күсерҙек. Был башланғысты күптәр хупламаны, скепсис күп ине, тик беҙ ваҡыт саҡырыуын лайыҡлы ҡабул иттек һәм был эште атҡарып сыҡтыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Барлыҡ мәғариф системаһына, уҡытыусыларға, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәһенә рәхмәт әйтәм. Хәҙер үткән этапты анализларға, һығымталар яһарға һәм хаталар өҫтөндә эш башҡарырға кәрәк.
Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, 6 апрелдән республиканың барлыҡ белем биреү ойошмалары дистанциялы белем биреүгә күсте. Уның менән 489 мең мәктәп уҡыусыһы һәм 94 мең колледж студенттары ялмап алынды. Тағы 93 мең бала шөғөлләнгән 245 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы ла онлайн-форматҡа күсте.
Уҡыуҙың бындай төрөн үҙләштергән саҡта алыҫ райондарҙа интернет менән проблемалар булыуы асыҡланды. Шулай уҡ дөйөм алғанда күп ерҙә интернет-тоташыуҙың тиҙлеге түбән ине. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан илдең интернет үткән иң яҡшы ун төбәге араһына инә. Әлеге ваҡытта республиканың алдынғы провайдерҙары менән ауылдарҙы юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу буйынса программа эшләнә.
– Беҙҙең педагогтар эшмәкәрлегендә интернет-технологиялар аша уҡытыу мөһим инструмент булырға тейеш. Асыҡ дәрестәрҙең иң яҡшы практикаларын, интерактив программаларҙы өйрәнергә һәм уларҙы заман мәктәбенә әүҙем индерергә кәрәк. Тик уҡыусы мәнән уҡытыусының шәхси аралашыуынан тыш тулы ҡанлы белем биреү ауыр, ул ярлы һәм тулы булмаясаҡ, – тине төбәк етәксеһе.
Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнғиров республикала дистанциялы белем биреүҙе ойоштороуҙың анализы йомғаҡтары тураһында һөйләне.
– Беҙ әле төбәктә заманса белем биреү платформаһын булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ, унда иң яҡшы эшләнмәләрҙе туплаясаҡбыҙ. Уны киләһе уҡыу йылына тәҡдим итергә йыйынабыҙ, – тине ул. – Төп баҫым шуға яһаласаҡ: уҡытыусы кәңәшсе-консультант буласаҡ, ә уҡыусылар предметтарҙы үҙаллы өйрәнеүҙе һайлай аласаҡ.
Башҡортостан Башлығы институттың ятағындағы ремонт барышы менән ҡыҙыҡһынды. Сентябрь уртаһына уны тамамларға, квалификацияһын үҫтереү өсөн килгән педагогтар уңайлы шарттарҙа йәшәһен тине.
– Мин үҙем ун йыл студент ятағында йәшәнем, һәм бының нимә икәнлеген яҡшы беләм, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе республиканың Мәғариф министрлығына вуздар ректоры менән берлектә киләһе йылға вуздарға бюджет урындарын арттырыу тураһында уйларға ҡушты. Был турала кисә ил Президенты Владимир Путин әйткәйне. Бюджет урындарына ил уҡыусыларының 60 проценты дәғүә итә алырға тейеш.
Быйыл имтихандар 29 июндә башланасаҡ һәм бер ай дауам итәсәк. Икенсе тулҡыны августа буласаҡ. БДИ-ны тик юғары уҡыу йортона инергә теләгәндәр генә тапшырасаҡ. Ҡалғандар аттестатты уҡыу йылы һөҙөмтәһе буйынса аласаҡ.
– Беҙ хәҙер уҡыусыларҙың мөмкин тиклем күпселеген БДИ тапшырыуға өгөтләргә тейешбеҙ, уның һөҙөмтәләре тағы дүрт йыл ғәмәлдә буласаҡ. Сығарылыш класс уҡыусыларының вуздарға, шул иҫәптән бюджет урындарына уҡырға инеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә, – тине Радий Хәбиров.
Айбулат Хажин белдереүенсә, быйыл беренсе курс өсөн түләүле уҡыу былтырғы кимәлендә һаҡланасаҡ.
“Мәғариф сәғәте”ндә ҡатнашыусылар йәйге ялды ойоштороу мәсьәләһен дә ҡараны. Коронавирус арҡаһында уның башланыу ваҡытын 13 июлгә күсерҙеләр. Тик 30 июнгә үк барлыҡ лагерҙарҙы ремонтлап бөтәсәктәр. Улар рөхсәт аласаҡ һәм уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡ.
1 июндән уҡыусылар өсөн онлай-сменалар эш башлаясаҡ, ул 5-тән 14 көнгә тиклем дауам итәсәк. Көн тәртибе реаль шарттарға яҡын буласаҡ.
– Йәйге лагерҙар әҙерләнгән саҡта, онлайн-сменалар идеяһы ҡабул ителә, – тине Радий Хәбиров. – Балалар каникул ваҡытында файҙалы эш менән мәшғүл булырға тейеш. Һуңғы ҡыңғырау һәм уға бәйле кисәләр, формаль булмаған осрашыуҙарға килгәндә, әле уларҙы тыябыҙ. Июлдә һуңғы имтихан тапшырыуҙы көтәбеҙ һәм балалар өсөн был мөһим сараны нисек үткәреүҙе уйлашырбыҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: