Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Май 2020, 01:04

Икенсеһенең дә кәүҙәһе табылған

Бер ай тигәндә Нуриман районында юғалған балыҡсыларҙың икенсеһенең дә кәүҙәһе табылған. 35 йәшлек ирҙе урындағы халыҡ Ҡыҙылъяр ауылынан алыҫ түгел ерҙә тапҡан.

Батҡан 40 йәшлек беренсе ирҙең кәүҙәһе 16 майҙа Кировка ауылы янында табылғайны.

Алдан яҙыуыбыҙса, 24 апрель Александр Г. менән Леонид Г. кис балыҡҡа тип сығып киткән ерҙән кире әйләнеп ҡайтмай. Уларҙы эҙләүгә биргәйнеләр.

Һыуҙа батып үлгәндәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты балыҡсыларҙы тағы иҫкәртә: балыҡҡа яңғыҙ йөрөмәгеҙ, ҡотҡарыу жилеты кейегеҙ, кәмәгеҙҙең төҙөклөгөн алдан хәстәрләгеҙ, йөҙә белеүҙең мөһим икәнлеген онотмағыҙ, ярҙан алыҫ китмәгеҙ, ҡотҡарыу сараларының һәм сигнализацияның булыуын тәьмин итегеҙ, спиртлы эсемлек эсмәгеҙ. Һаҡ һәм иғтибарлы булайыҡ!

Фото: Т.Роза
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: