Олатайым Фәйзулла Фазыл улы Хәсәнов 1914 йылда крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Бләкәйҙән үк зиһенле малай тиҫтерҙәренән белемгә ынтылып тороуы менән айырылып тора.
Ауыл йәштәренең ойоштороусыһы, мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәйзулла олатайым оҙаҡламай комсомолка Сәхипъямал Ғиззәтулла ҡыҙына яусы ебәрә һәм ауылда беренселәрҙән булып “Ҡыҙыл туй” үткәрәләр.
Яҡыныбыҙ Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк беренселәрҙән булып Тыуған илебеҙҙе һаҡларға яуға китә. Ә өләсәйебеҙ Сәхипъямал Еңеү көнөн яҡынайтыу хаҡына ал-ял белмәй колхоз эштәрендә ҡатнаша. Көндөҙ ҡыр эштәрендә булһа, кисен сыра яҡтыһында фронттағыларға ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй ҡатын-ҡыҙҙар. Бер-бер артлы ике балаһын ерләгән өләсәйебеҙ Украина яктарынан килгән ике балалы ҡатынды өйҙәренә индереп, үҙ ҡанаты аҫтына ала. Олатайымдың һәр бер хәбәрен тыны менән тартып алырҙай булып көтә. Тормош һәүетемсә генә барған көндәрҙә еләк йыйып йөрөгән балалар йүгереп килеп, өләсәйемә хәбәр еткерә. Ауыл осонда аяҡтары яралы һалдат, Сәхипъямал мине ҡабул итеп алырмы икән, тип һорарға ҡушҡан икән. Шулай итеп, ике аяғы ла ғәрип ғаилә башлығы өйөнә ҡайта.