Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Май 2020, 22:33

БАШҠОРТОСТАНДА КӨТӘБЕҘ!

Өфөлә Евразия ирекмәндәре форумын уҙғарыу күҙаллана.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика ирекмәндәре менән онлайн-осрашыуҙа тап ошо турала белдерҙе. Унда төрлө илдәрҙең ирекмәндәре үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты. "Август-сентябрь айҙарында Өфөлә бөтә Евразия илдәре ирекмәндәренең форумын йәки слетын үткәрәйек, – тине Радий Хәбиров. – Йәштәр тәжрибәһен уртаҡлашһын, әңгәмәләшһен, хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумдарға ҡул ҡуйһын. Беҙгә бер-беребеҙҙән өйрәнәһе нәмәләр күп. Һеҙҙе Башҡортостанда көтәбеҙ!" - тине ул онлайн-осрашыуҙа.
Фото Олег Яровиков
Читайте нас: