Шмидт ауылында йәшәгән 1995 йылғы йөклө ҡатындың бармаҡтары шешенеп, ике балдағын сисә алмай аҙаплана. Ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратҡас, оҙаҡламай БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре килеп етә.
Ҡотҡарыусылар махсус ҡорамалдар ярҙамында бәләгә тарыған ҡатындың ике бармағынан биҙәүестәрҙе ысҡындырып ала. Улар йылы һауа торошо урынлашыу менән ошоноң ише мөрәжәғәттәрҙең артыуы хаҡында белдерә. Ә йөклө ҡатын-ҡыҙҙың тәне, бармаҡтары былай ҙа тиҙ шешенеүсән.
Ошо юҫыҡта белгестәрҙең кәңәштәрен белеп ҡуйыу зыян итмәҫ:
- балдаҡты сисеп алыу өсөн киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ;
- бармаҡҡа һабын, майлы крем йәки май һөртөп, биҙәүесте ипләп кенә алып ҡарағыҙ;
- шулай уҡ бармаҡҡа еп урап, уны балдаҡ аҫтына үткәреп, тартып ҡарарға мөмкин;
- әгәр бер ниндәй алым да ярҙам итмәһә, “112” телефон һандары буйынса ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ.