Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Май 2020, 23:31

Ете ят йәр (Хикәйә)

Бына шулай икән. Һәр хәлдә лә Мөхәммәт һалған (бешергән түгел — һалған) икмәк Кәркә өсөн танһыҡ ине — икмәк телемен усҡа йомар­лаһаң да, ҡулды яҙғас, ул теп-теүәл үҙ рәүешенә ҡайта; сәйнәгәндә, таралып, тамаҡ төптәренә ултырмай, уны хатта тиҙ генә йотаһы ла килмәй, сөнки ауыҙың ҡыймыл­даған һайын, яңы бер хуш еҫле тәм тояһың.

...Заманында сәйнәтте инде чечен кейәү үҙ икмәген. Ашамаһа, Хәнифәнән ҡолаҡ ҡаҡҡан бахыр егеттәр генә ашамағандыр ул икмәкте. Ғүмәр әле уйлап ҡуя — шәп ир, Хәнифәгә, ысынлап та, лайыҡ булғандыр Мөхәммәт, сөнки икмәк һалған кеше насар булмай.

Икмәк ҡамыры иҙгәндә (Кәркә яғында шулай тинеләр, һеҙҙә, бәлки, “икмәк баҫыу” тип әйтәләрҙер), уны булдырып мейескә тыҡҡанда, Мөхәммәт ишетелер-ишетелмәҫ йырлап, шаярып-көлөп кенә йөрөр ине, ә лап-лоп баҫып, һуҡранып, һауыт-һаба шылтыратып түгел. Мөхәммәттең әйтеүе дөрөҫтөр, кешенең халәте ул әҙерләгән ризыҡҡа ла күсәлер, күрәһең.

Кавказ яғына, Мөхәммәттең тыуған иленә, күсенеп йәшәй башлағас та улар, инде дүрт малай эйәртеп, бер ҡайтып киттеләр. Урамдарға йәм керҙе шул саҡ.

...Ә икенсе йәйҙә Кәркәне туҙҙырып ташланылар.

...Инде уға нисәмә йылдар үтте. Ҡасан­дыр Кәркә юлына туҙан ҡундырмаған кәттә егет Ғүмәр ҙә, ярым пеләш башын ялтыратып, һалынмалы-кейелмәле бик тә яйлы тештәрен ҡулъяулығына төрөп, тәғәйен урынға килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Заманында баш кейемен ҡулына йомарлап Ғүмәр хозурына килеүселәр бөгөн инде теләр-теләмәҫ кенә сәләм бирә. Эй, сит кеше һинең ҡәҙереңде ҡайҙан белһен, йәмәғәтең, ғүмер баҡый икеңә бер юрған ябынған үҙ ҡатының белмәгәнде. Шулай. Егәре бер китһә, ҡулыңдан дилбегә ысҡын­һа, ир-аттың ҡәҙере аяҡ аҫтына сепрәк итеп һалына икән. Бысраҡ аяҡтарын һөртәләр ҙә үтәләр, һөртәләр ҙә үтәләр.

Яратышып өйләнешһәң, ҡушылһаң, ҡартаймыш көн, бәлки, икенсерәктер, йүнлерәктер. Ғүмәр уныһын белмәй, татып ҡараманы, үҙ ғүмерен дыуамалланып яһап ташлаған йәшлек хатаһының әсе емешен ашап үткәрҙе. Теге саҡта, чечен егет беренсе тапҡыр кейәү ҡоймағын бөкләгән көндә, хыянатсы Хәнифәгә үс итеп, инде йәше үтеп барған күрше ҡыҙын клубтан ҡайтышлай өйҙәренә алды ла керҙе. Ҡарышманы ла бит, исмаһам, Мәҙинә.

— Әсәй, килен кәрәк ти инең, бына һиңә, ҡанһа-канис, бер килен!

Ә үҙе, инде ҡартайған, бөкрәйгән әсәһе ҡайҙа баҫырға белмәй ҡаушап килен көйләгәндә, мейес башында бейеп ултырған бал балын сүмес менән генә һемерҙе лә сығып китте. Туп-тура Кәркәгә! Ни ҡалған унда? Ул саҡта Ғүмәр үҙенең ни эшләгәнен, ни ҡылғанын белер дәрәжәлә түгел ине шул: алдаҡсы Хәнифәнән нисек тә үс алғыһы, уны аҡыртып илатҡыһы: “Эй-й, Ғүмәркәйем, мин яңылышҡанмын, һине­келәр генә булайымсы”, — тип тилмерткеһе, шунан: “Һа, беҙгә ҡыҙ бөткәнме ни”, — тип эре генә “серт” итеп ситкә төкөрөп кенә киткеһе килгәйне. Шулай итмәһә, Ғүмәр кешелек исемлегенән төшөп ҡалыр, күктәге йондоҙҙар һүнер, Ер шары күсәренән ысҡынып йәһәннәмгә осор һымаҡ ине. Бөттө донъя!

Ә килһә — асыуына, ғәрлегенә иларҙай булып, быуылып Кәркәгә килеп етһә — бында хәлдә-әр: Хәнифәгә күҙ атып йөрөп тә ҡыҙҙан мәхрүм ҡалған егеттәр, баштарына ҡайғы төшкәс, дуҫлашып, ҡосаҡлашып, кейәү ҡуйынында ятҡан Хәнифәгә нисек тә ҡаҙалырға, уны үкендерергә, мендәрҙәрен йәшкә мандырырға теләгәндәй, инде уттары һүнгән кейәүле йорт янынан әле тегеләй, әле былай йырлай ҙа үтә, йырлай ҙа үтә.
— Алмағасы ҡырҙарҙа,
Парлап яҡшы йырҙарға.
Ете ятты йәр итергә
Сурт та ҡушмай ҡыҙҙарға.
Эй, алма бит, алма бит,
Алма биттәр ҡала бит.
Алма биттәр ҡалмаҫ ине —
Чечен егет ала бит.

Урам уртаһында бер аҙ тәнәфес — егеттәр түңәрәк яһап бер-береһенә ҡаршы сүгәләп ултыра ла пыф-поф тәмәке быҫҡыта. (Элек хатта төндә лә тәмәкене шулай боҫоп ҡына тарталар ине. Хәҙер генә ул...) Төпсөктәр ус төбөндәге төкөрөккә баҫып бороп-бороп һүндерелгәс, “Һарытау” гармунының күректәре йәнә бейей, көмөш ҡыңғырауҙары йәнә зыңлай — ул зың, тәҙрә быялаларына сиртеп-сиртеп, бер генә өйҙө лә йоҡлатманы, ахыры, урамға йәнә бахыр егеттәрҙең һағышы, моңо, селпәрәмә килгән хыялдарының ҡыйпылсыҡтары һибелә. Һөйгәндәре менән саҡ ҡына үсләшеп, сүтек кенә дошман да күреп, әммә барыбер өҙөлөп һөйөптәр хушлаша улар.

— Ашайым алма, ашайым хөрмә,
Ашайым сейәләрен дә,
Үҙен түгел, һөймәм уның
Фамилияларын да.
Әнә килә автомобиль,
Тейәгәндәр көнбағыш.
Йәр өҫтөнә йәр һөйҙөң —
Был ниндәй привычка?

Бәхетһеҙ “бажалары” сафына, ҡасандыр күҙ төбөнә “йондоҙ ҡундырып” ебәргән егетте ҡулбашынан “эһ” тип ҡосаҡлап, Ғүмәр ҙә баҫты, күлмәк иҙеүен, төймәләрен төбө-тамыры менән шытырҙатып асып ебәрҙе. Тауышы шәп Ғүмәрҙең, уны ғүмер баҡый “Йырсы Ғүмәр” тинеләр.

— Беҙҙең илдәр туғай-туғай,
Бер туғайҙа беҙ буғай.
Беҙҙең хәлдәр һеҙҙә булһа,
Һеҙ ҙә булырһығыҙ шулай.
Һандуғасым, ҡаралғанһың,
Һыуҙарға кереп ҡойон.
Сәсәгенән айырылған
Гөл кеүек булдым бөгөн.
Зәңгәр силәк матур була
Һыу менән тулһа ғына,
Йәрҙе йәр тип һөйөп була,
Һүҙендә торһа ғына...

...Оҙаҡ моңланды “бажайҙар” ул төндә. Инде ҡарлыға башлаған тауыштары менән, бәлки, таңды ла аттырырҙар ине — эске ак күлдәк-ыштандан ғына Хәнифәнең атаһы Сәрүәретдин ағайҙары ҡапҡа төбөнә сығып баҫты.

— Йә, егеттәр, етер, ахыры. Ни хәл итәһең — алманы ғына бүлгеләп була. Тәҡдирҙер. Таралышайыҡ, булмаһа.
Сабыр ғына, көрһөнөп, шулай тине.

“Һарытау”ҙың күреге “дыҡ” итеп йыйылды, егеттәр Хәнифәнең атаһы менән, әйтерһең дә, ҡыҙҙың үҙе менән инде, ҡул биреп: “Ғәйепләштән булмаһын”, — тип һаубуллашты ла һәр кем үҙ яғына китте.

Ҡапҡа төбөндә бер Ғүмәр генә ҡалды:
— Йә, балам, бар ҡайт! Һин дә бер асыҡ ауыҙ булдың инде...

Ошо бер һүҙгә ни ҡәҙәр мәғәнә һалынды...

Шыҡһыҙ, күңелһеҙ, күңел өшөткөс Кәркә ауылында, дөм-ҡараңғылыҡта чечен кейәү йылыла ғына, йомшаҡта ғына, наҙҙа ғына йоҡлап ҡалды. Бәлки, йоҡламағандыр ҙа...

Әсәһе менән күрше ҡыҙы Мәҙинә, иңгә-иң терәшеп, ни уйларға, ни ҡылырға белмәй аптырап, күтәрмәлә Ғүмәрҙең ҡайтыуын көтөп ултыра ине.

...Кәркәлә үткәргән һуңғы, һағышлы төнө өсөн Ғүмәр ғүмер баҡый битәр ишетте. Ысынлап та, төптән уйлаһаң, Ғүмәрҙең ул саҡтағы ҡыланышы бер ипкә лә һыйырлыҡ булмаған. Хәнифәнең кейәү эйәртеп ҡайтҡанын ишеткән көндә ул үҙ-үҙен белештереп, ҡулда тоторлоҡ хәлдә түгел ине шул.

Үткән-бөткән булырға тейеш. Юҡ, Мәҙинә һаман онотмай, яйы сыҡҡан һайын төрттөрә, ауыҙын йыра, ҡанатҡансы йөрәккә ҡаҙай.

Хәнифәнең ҡайтып төшөү хәбәрен дә ул әйтте.
— Һи-и, Кәркә ҡыҙы ҡайтҡан, ти бит! Япа-яңғыҙ... Зерә бөткән ти, — тине, тимер тештәрен ялтыратып.

Фото Т.Роза
Автор: Ғәли ҒАТАУЛЛИН
Читайте нас: