Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Май 2020, 13:30

Бәпескә бер аҙна ла тулмаған...

Архангел районы ауылынан бик ауыр хәбәр килде...

“КП-Уфа” баҫмаһы бик ауыр яңылыҡ тураһында хәбәр итте. Ағымдағы аҙна уртаһында Архангел районының Баҡалды ауылында бәләкәй бала кәүҙәһе табылған. Бәпескә бер аҙна ла тулып өлгөрмәгән. Ул малай булған.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан сығанаҡ хәбәр итеүенсә, баланың кәүҙәһендә йәрәхәт эҙҙәре юҡ. Төп фараз буйынса, ул йоҡлап ятҡан саҡта тын алыуҙан туҡтаған. Быны икенсе төрлө бәләкәй балаларҙың ҡапыл үлеүе синдромы тип атайҙар. Бәпестең кәүҙәһен суд-медицина тикшереүенә тапшырғандар. Белгестәр малайҙың ни сәбәпле үлгәнен аныҡлаясаҡ.
Йәшәй ҙә башлап өлгөрмәгән сабый ҙа, уның бәхетһеҙ ата-әсәһе лә бик йәл. Уларға сабырлыҡ теләйбеҙ һәм ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Көтөп алған балаларыбыҙ фажиғәгә тарымай, иҫән-һау ғына үҫһен ине.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/B-pesk-ber-a-na-la-tulma-an-273252/
Читайте нас: