Башҡортостандың Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 11 апрелдә ир таныш ҡатынға ҡунаҡҡа килгән һәм улар спиртлы эсемлектәр ҡулланған. Тик был ике шешәләш араһында низағ сыҡҡан. Ҡатындың ҡустыһы, туғанын яҡлайым тип, ирҙе туҡмаған, бигерәк тә уның башын ныҡ һуҡҡылаған. Алынған яраларҙан ир икенсе көндә вафат булған. Ә енәйәтте ҡылыуҙа шикләнгән әҙәм уны, енәйәт эҙҙәрен юймаҡсы булып, йылғаға ташлаған.