Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Май 2020, 13:24

ЙОНДОҘНАМӘ (18 – 24 май)

ҠУҘЫБыл аҙнала иң яҡын ду­ҫығыҙ менән аралашыу өсөн ваҡыт табығыҙ.

Карьера, сәфәрҙәр һәм командировкалар өсөн уңышлы осор. Иң мөһиме – етәкселек менән һүҙгә килмәгеҙ.

БУҒА
Әүҙем эш менән шөғөл­ләнергә кәңәш ителә. Шул саҡта шикле, сәйер эш-ғәмәл­дәргә ваҡытығыҙ ҡалмаҫ. Кесе йомала яңы эш башламаҫҡа кәңәш ителә, һөҙөмтәһе ҡыуандырмаҫ.

ИГЕҘӘКТӘР
Бик ҡыҙыҡлы, табышлы һәм һөҙөмтәле аҙна көтөлә. Ҡайһы саҡта дөйөм ҡағиҙәләр­ҙән тайпылырға ла кәрәктер, шул саҡта маҡсатығыҙға мотлаҡ өлгәшерһегеҙ.

ҠЫҪАЛА
Аҙна барышында үҙегеҙгә иғтибарҙы йәлеп итмәҫкә тырышығыҙ. Ваҡыт барыһын да үҙ урынына ҡуйыр, тәғәйен мәлдә бөтә мәсьәләләрҙе бер юлы хәл итерһегеҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр осоро башланыр.

АРЫҪЛАН
Һөнәри оҫталыҡҡа һынау тоторға тура килер. Иңегеҙгә яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡма­ғыҙ. Мөһим мәғлүмәтте үткәреп ебәрмәү өсөн яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ.

ҠЫҘ
Был осорҙо эргәгеҙҙәге ке­шеләргә түгел, ә үҙегеҙгә арнарға тырышығыҙ. Аҙна башында алынған мәғлүмәт­тең дөрөҫ булмауы йәки һеҙҙе кү­рәләтә алдарға маташыуҙары ихтимал.

ҮЛСӘҮ
Үҙегеҙгә хас алымдар ме­нән эш итегеҙ. Дүшәмбе ваҡ­сыл, үҙ һүҙле булмағыҙ. Ял көн­дәрендә тормошоғоҙҙа шатлыҡлы ваҡиға көтөлә, яңы урынға күсерһегеҙ, бәлки.

САЯН
Уңышлы аҙнаны файҙала­нып ҡалығыҙ. Яңы проект­тарҙан, сәфәрҙән баш тартма­ғыҙ. Башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалмаҫҡа тырышығыҙ, эске тойом­лауығыҙға иғтибар итегеҙ.

УҠСЫ
Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙән ҡотолоп, иңегеҙгә яңы бурыс­тар алырға әҙерһегеҙ. Башлан­ғыс­тарығыҙҙы етәкселек тә, яҡын­дарығыҙ ҙа хуплар. Кесе йомала эш урынында тикшереүҙәре ихтимал, әҙер булығыҙ.

ЫЛАҠ
Дөйөм алғанда, аҙна тыныс булмаҡсы. Тик шишәмбе бер аҙ көсөргәнешле үтер. Сетерекле ваҡиғаларҙа күҙәтеүсе генә булып ҡалырға тырышығыҙ.

ҺЫУҒОЯР
Был аҙнала мөһим ваҡи­ғалар эшегеҙгә һәм һаулы­ғығыҙға ҡағылыр, моғайын. Дүшәмбе аралашыуҙарҙы сикләргә кәңәш ителә. Интернетта оҙаҡ ултыр­мағыҙ, социаль селтәрҙә бәхәскә инмәгеҙ.

БАЛЫҠ
Аҙнаның тәүге яртыһында тура һүҙегеҙ, тәнҡитегеҙ менән кемдеңдер кәйефен төшөрөүегеҙ бар, шуға күрә үҙегеҙҙе тыныс тоторға тырышығыҙ.
Фото Т.Роза
Читайте нас: