Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Май 2020, 14:21

Ғүмер хаҡы (булған хәл)

Эштән бушатылып, унда-бында һуғылып оҙаҡ ҡына йөрөй торғас, һис уйламағанда, ҙур бер сәнәғәт предриятиеһының хужаһы итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар Айбәк Ирлан улы Айзановты. Элегерәк, “йөнтәҫ ҡуллылар” ярҙамында еңдәренән тартып өҫкә сығарғандарҙы күреп, яйы тура килгән һайын, ҡайҙа, кем менән һөйләшеүенә ҡарамаҫтан, тәнҡит утына тота торғайны ундайҙарҙы. Ә бөгөн хәле башҡаса:

үҙе баш, үҙе түш — ышанырғамы-юҡмы? Сәнскеле ҡараштар ҙа уҡ кеүек ҡаҙала төрлө яҡтан, әллә нисек уңайһыҙ ҙа һымаҡ. Шулай ҙа башын юғары күтәреп, хәл-торошона кинәнеп, икенсе төрлөрәк — һәлмәк баҫып, кәрәклеләренә ҡул биреп, тегеләй-былайҙарына баш ҡағып, кемделер күрмәмешкә һалышып, үҙен ҡыҙыҡһынып, күҙәтеп тороусылар эргәһенән ышаныслы һәм эшлекле төҫ менән уҙып китте Айбәк. Хатта ки “төн сыҡҡансы үҙгәргән” тигән тауыш ишетелеп ҡалған һымаҡ булды ҡолағына.

“Әлдә һин бар әле...”

Кабинетына инеп ултырҙы ла айырыуса етди тауыш менән телефон аша урынбаҫарҙарының һәр береһенә: “Ҡул аҫтында эшләгән белгестәрегеҙ тураһын­да мәғлүмәт алып килегеҙ”, – тип тәүге бойороғон бирҙе. Шунда уҡ, ҡаршыһындағы шкаф­тың көҙгөләй ялтыраған ҙур өлгөһөнә ҡарап, үҙенә күҙ һир­пеп алды ла: “Ә ниңә, шат­ланмаҫлыҡмы ни? Кемгә тейә бындай төшөмлө урын?! Прощай, үткәнем, ҡайтма миңә әйләнеп мәңгегә!” – тигән уйҙа­рынан ҡәнәғәтләнеү шау­ҡы­мын­да, телефон төймәләрен баҫҡыслап, эҙләй ҙә башланы кәрәк кешеһен.

Уныһы оҙаҡ көттөрмәй, үҙе үк шылтыратты. Һөйәркәһенең татлы һүҙҙәре ҡолағын иркә­ләне: “Ҡотлайым, йөрәккәйем! Ҡасып-боҫоп осрашыуҙар артта ҡалыр, эргәңдә генә уралырмын, тоғро хеҙмәтсең булырмын...” Йәнә өҫтәп ҡуйҙы: “Һис шикһеҙ, секретарь урыны минеке, шулай бит, Айбәгем...” Мейеһенең һәр күҙәнәгенә зиһен түгел, ә Сәфинәһе инде лә ул­тырҙы. Илерткес һүҙҙәре күңе­лен бәүетте лә ойотто. Һөҙөмтәлә берәүҙе лә күрмәне лә, ишетмәне лә. Әйтерһең дә, улар икеһе бергә уҡмашҡан хисле, ҡуш йәнле бер бөтөн. Ошолай итеп күпме ултырғандыр – билдәһеҙ.

Шул саҡ кабинетына бер туған һеңлеһе килеп инде лә һорауҙар менән күмде:
— Ағай, әлдә һин бар был донъяла, кейәүең эшһеҙ йөрөй, онотаһы булма.

Ағаһы мәңге түрә булған һымаҡ:
— Бор-сол-ма... — тине.

— Ағай, ундай эште башта уҡ теүәлләп ҡуялар, һуңынан булмай ул...

— Әҙерәк баш-күҙ алайым.

— Ағай, ал инде кейәүеңде эшкә, үҙең беләһең бит хәлен.

— Хәҙер уның ҡара һаҡалы алдан йөрөр инде.

— Ағай, үтенәм...

— Берәү пенсияға китергә тейеш, әгәр ул урынын бушатһа...

Һеңлеһе ярһып-ярһып һөйлә­үен дауам итергә уйла­ғайны, уны ишектән пуля һымаҡ атылып килеп ингән ире Хөснизан бүлдерҙе:
— О-о-о! Три в одном: дуҫ, курсташ, ҡайнаға. Былай бул­ғас, беҙҙең урамда ла байрам...

Иренең һөйләп бөткәнен дә көтмәйенсә, һеңлеһе, тупаҫ тауыш менән сарғаҡланып: “Анау баш бухгалтерҙы пенсияға ебә­рергә кәрәк...” — тине.

Ағаһы:
— Башта күрәйем... уны... — тип башлағайны.

— Урыны кейәүең Хөсни­занға булһа, үҙемә эш кәрәк­мәҫ... — тип татылданы.

Тап ошо минуттарҙа секретарь бүлмәһендә ысынтылап тауыш — ғауға ғәрәсәте ҡупты. Әйтерһең дә, был донъяла Сәфи­нәнән башҡа кеше юҡ... Хәс тә ерҙең кендеге уның ҡулында. Секретарь алдында, күҙҙәренән осҡон сәсрәтеп, яҡшы аттай уйнаҡлап, бер урында баҫып тора алмай: “Айбәк Ирлан улы үҙе саҡырҙы, мин ашығам”, — тип керергә ынтылды. Секретарь ҡырт киҫ­те: “Рөхсәт юҡ, ана, күпме кеше сиратта”.

— Бәй, улар мин түгел, көт-һөн-дәр! — тине лә, тирбәлдерә баҫып, хужа янына инде лә китте Сәфинә. Гөж килеп ҡалды сираттағылар. Кабинет һөйәркә­һенең көр тауышына тулды: “Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, ғүмер буйы теләгәнемде алдыма килтереп баҫтырҙы миһырбанлы донъя! Ай... был фанилыҡтың аҡыллылығы...”

Аяғүрә тороп ҡаршы алырға уйлағайны Сәфинәһен, кинәт күңелендә әллә нисәмә уй, йөҙҙәрсә шик-шөбһә йәнен өттө, тулҡынланыуынан ни әйтергә белмәй, башы әйләнеп, кире сумды креслоһына Айбәк Ирлан улы. Нисә тапҡыр был йәшерен һөйөүҙән баш тартырға уйланы ул. Эсе лә, тышы ла ҡояш һы­маҡ балҡып торған донъяһы, күҙ алмаһылай ҡәҙерле бала­ларының әсәһе күҙ алдына баҫты... Ах, ярамаҫ ине! Был турала Сәфинәгө асыҡтан-асыҡ әйтергә лә теләне, хатта бер нисә тапҡыр һүҙен башлап та ҡарағайны, тик үҙен күрһә, теле әйләнмәй баҙай ҙа ҡуя шул...

...Һөйәренең тәрән уйға сум­ғанын һиҙеп, берсә саяланып, берсә наҙланып, ҡулындағы сәғәтенә ҡараны ла: “Төш мәле, бер кинәнеп, уйһыҙ-ғәмһеҙ, үҙебеҙсә ожмах ойоштороп алайыҡ әле”, — тип, алып кил­гән күстәнәстәрен сумкаһынан сығарып, өҫтәлгә теҙә башланы Сәфинә. Тап шул мәлдә, өҫтәлде күтәреп алып китерҙәй көслө телефон тауышы һағайтты был икәүҙе. Телефондың теге осонан хәләленең: “Ашым әҙер, оҙаҡ­ланың, тиҙерәк ҡайт... мәк­тәптән балаларҙы ҡаршылай­һым бар...” — тигән тауышы ишетелде. Был яҡтан Айбәк Ирлан улы: “Эш күп, ваҡытым юҡ”, — тип яуапланы. Тормошонда мәңге бойомға ашмаҫтай вазифаны эләктергәс, бөгөн ул бөтәһенән дә өҫтөн, көслө, ғәй­рәтле. Хатта ки, әле тулыһынса таныш булмаған предприятие коллективы ла һәр ваҡыт үҙенә бер һүҙһеҙ буйһонор кеүек тойолдо уға ошо минуттарҙа...

Секретарь өҫтәле сәхнәме?!

Бер нисә көн уҙғас, урынба­ҫарҙары менән кәңәшләшкәндән һуң, ағай-эне, яҡындарының үтенестәрен иҫенә төшөрҙө Ай­бәк, сөнки ошо урынға мендереп ултыртыусыларға хаҡ түләйһе бар ине... Уны үтәү еңелдән үк булмаһа ла, вәғәҙә — иман.

Башта Сәфинәне үҙе эргәһенә урынлаштырыу өсөн, эш көнө тамамланыуға бер сәғәт самаһы ҡалып килгәндә, саҡыртты элекке секретарҙы. Йәтеш кенә, уңайлы итеп, күңелен ҡырмай, хужаларса үҙ фекерен әйтергә көйләнгәйне — барып сыҡманы ни өсөндөр. Йөҙөнә туп-тура бәреп: “Заман башҡа — заң башҡа, йәштәргә эйәреп эшләй алмайһығыҙ, һеҙгә эш урынын ҡалдырырға тура килер”, — тине лә ҡуйҙы. Бына һиңә мә... Һөйләшә белмәүеме, әллә тәүге көндән үк хаттин ашып, хужаларса ҡыланыуымы, әллә әлеге биләмәһендә үҙ шәхси законын булдырыуымы?! Теленең ни һөйләгәнен һиҙмәй ҡалды үҙе лә.

Секретарь ҡаршылашманы: өнөн-тынын сығарманы, миңә әле ҡырҡ та юҡ, тип илап та ултырманы. Ипле генә, мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел, тигәндәй, “ярар”ҙы һалдырып, текә баҫып, күҙ асып йомған арала кабинеттан юҡ булды. “Былай еңел хәл ителә торған булһа, әллә күпме туған-тыумасама, яҡындарыма эш урыны табып бирәсәкмен дә баһа. Теләһәм, булмағанды булдыра алам икән... Вәт, әй. Башыма гонаһ та алманым”, — тип уйлап, артабан ҡыҙып китеп, юғары һүҙҙәр артына ышыҡ­анып, төптө ғәйепһеҙ бер нисә кешене эшенән ҡыҫҡартты. Имеш, көрсөккә бәйле юғары­нан күрһәтмә бар: предприятие бер-береһен ҡабатлаған хеҙмәт­кәрҙәр менән өҫтө-өҫтөнә нышып тултырылған, шуға күрә кемдәр донъя кимәлендәге юғары тех­нологияларҙы яҡшы белмәй, эш урынында йыйнаҡ һәм мобиль түгел — барыһы ла ҡыҫ­ҡартыла.

Йәнәһе, халыҡ мән­фәғәтен ҡайғыртҡан, бер төптән, бер йүнәлештә, уңышлы эшләй торған коллектив төҙөйәсәк... Һәр бер ҡыҫҡартҡан кешеһе алдында бер үк телмәрҙе ышаныслы итеп, кинәнеп һөйләне Айбәк Ирлан улы.

Шунда уҡ шәплеген белгертеп, үткәнде емереп, яңыны төҙөгән кешеләй, Сәфинәһенә шылтыратып ебәрҙе: “Ихлас тырыштым һинең өсөн, иртәгә үк эшкә кил...” ...Һөйәркәһе ҡә­ерле ҡунаҡтан да былайыраҡ булып килеп ултырҙы эш өҫтәле артына. Әйтерһең дә, күктең етенсе ҡатындағы ожмахта ул.

...Сәфинәгә секретарь урыны һәр уйлаған уйын бойомға ашырыр баҫҡыс булып күренде. Әлегәсә коллективҡа бөтөнләй таныш булмаған “Тишек нәфсе муҡсайы”ның мин-минлеге күҙ менән ҡаш араһында ғына тор­ғанлығын кем белгән... Тәүге көндәрҙән үк етәксенән ҡала икенсе кеше итеп танытты ул үҙен. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә пред­приятиеның хәл-торошон өйрә­неп, кемде эштә ҡалдырырға, кемде алырға, үҙ файҙаһына кем менән ҡайҙа, нисек һөйләшергә — яҙып уҡ ҡуйҙы блокнотына хатта. Барыһын да барлап сыҡ­ҡас, эх, үҙемдә баш, тип ҡыс­ҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Сәфинә. Шунда уҡ ян-яғына ҡаранып: “Юҡ, юҡ, был хаҡта Айбәк Ирлан улы ишетеп кенә ҡалмаһын”, — тигән уйын бикләне үҙенә...

Сибәркәйҙең матур күҙҙәрен­дә ҡурҡыу шәүләһе хасил булды ла ҡулы менән үҙ ауыҙын баҫты. Кем тормошта үткер, батыр, сая, бер кем алдында баҙап ҡалмай, шул уңыштың ялынан ебәрмәй, тип өйрәткәйне әсәһе ҡасандыр. Йылдар аша бирел­гән һабаҡ тауышы бөгөн дә көслөрәк яңғырай һәм табыш­тарға илтә кеүек Сәфинәне. Секретарь өҫтәле, әйтерһең дә, уның өсөн сәхнә: һәр йылмайыулы ҡарашы, һүҙе, ым-ишараһы, төҫ-башы, буй-һыны инеп-сығып, килеп-китеп тороусылар өсөн албырғатҡыс бер тамаша. Бигерәк тә эш һорап килеүселәр менән эс-бауырҙарына үтеп инеп һөйләшә. Бер көн Айбәк Ирлан улының кейәүе Хөснизан Зарпиев, күҙенә аҡ-ҡара күрен­мәй, туп-тура хужаның ишегенә табан атланы. Сәфинә таҫмалай телен эшкә ҡушты:

— Хужа оперативка үткәрә, яра-май!.. Ни йом-о-о-о-ш?

Хөснизан уҫал итеп:
— Баш бухгалтер хаҡлы ялға китергә тейеш ине...

— Кит-мә-гән...

Йәнә секретарға ҡарама­йынса, теш араһынан:
— Бөгөн билдәле буласаҡ, ти ине Айбәк Ирлан улы.

— Ай-һай, мине күрергә килгәнһеңдер...

— Анттар әйтеп ҡотолғай­ным... теге саҡта...

— Байынығыҙмы?

— Ярай әле... Юғиһә икебеҙҙе лә...

Сәфинә бер тигеҙ һалҡынса тауыш менән:
— Аш та йотаһың, таш та йотаһың инде. Арҡаланыр түрәбеҙ уртаҡ: минең үҙ кешем, ә һинең ҡайнағаң... Мәлде ҡулдан ысҡын-дыр-ма-йыҡ... Бел, был ҡалъялы, мул урын...

Сәфинәнең һәр һүҙе Хөс­низандың алҡымынан алды. “...Бер нисә ай ғына үткән бит теге ваҡиғаға ла. Мең хатамдан бер һабаҡ алырға кәрәк тә һуң... Ах, ниндәй оятһыҙ мин... Икенсегә тырма тешенә баҫыр хәлем юҡ... Донъяла иң кәрәк, иң әшәке, бысраҡ нәмә — аҡса... Аяныс хәлемдән дә әлеге-баяғы шул аҡса ярҙамында ҡотолоп ҡалғайным бит...” — Хөснизан Зарпиев үҙ уйҙарынан арынып, үткәне өсөн, әйтерһең дә, бер Сәфинә ғәйепле, тик үҙе түгел һәм барлыҡ ихтыяр көсөн йыйып:

— Ниңә килдең бында тағы? — тип йән асыуы менән ҡысҡырып ебәрҙе.

Сәфинә:
— Ә һин ниңә?..

— Һине ҡыуырға!

— Бел: бик елле эш урындарына мин хужа. Тыңламаһаң — хуш.

— Ишет: был осраҡта түгел, — тине Хөснизан, әйләнеп тә ҡарамайынса Сәфинәгә.

— Һе... ҡайнағаң да аҡса тәмен бик белә... Кисеүҙә аттарҙы алыштырмайҙар, мин шуға ғына. Һине... — Шул саҡ секретарға хужаһынан телефон аша бойороҡ яңғыраны. — ...Хәҙер, хәҙер... саҡыртам баш бухгалтерҙы, — тип ҡыуанысын йәшермәй сутылданы Сәфинә.

Сараһыҙҙан яҙылған ғариза

Күп тә үтмәй, кәйефһеҙ генә, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, кабинет тотҡаһын тотто баш бухгалтер. Ингәс тә, ҡәҙимгесә тыйнаҡ ҡына һаулашты. Ни тиһәң дә, тыумыштан ғәрип булғас, элегерәк кәмһенә ине кеше араһында. Олоғая төшкәс, ваҡыт юйҙы ундай холоҡ-ғәҙәттәрен. Хәҙер ул да ҡыйыу. Тик яңы түрә менән күҙмә-күҙ осрашыу былай уҡ боролош алыр тип уйламағайны ул. Айбәк Ирлан улы, уратып-суратып тормай, туп-тура ҡарап, аныҡ эшкә күсте:
— Йыл йомғаҡтары үҙ ва­ҡытында тапшырылыуы маҡ­тауға лайыҡ, әммә ысынбарлыҡ менән тап килмәй... Ялған. Өрөп тултырылған.

Баш бухгалтерҙың ғәжәп­ләне­үенән түңәрәк йөҙө ҡапыл ҡыҙарҙы, әммә үҙен тотто, ҡаушауын белдермәҫкә тырышып, башын сайҡап:
— Ышанмайым.

— Закон быны хупламай.

— Тикшереү асыҡлар.

Хужа:
— Тәҡдимем шул: эш урынын бушатһағыҙ, кәрәк булмаҫ законы ла, башҡаһы ла.

— Һеҙ, нисек... шулай?.. Дөрөҫлөктө иҫбат итәсәкмен.

— Улайһа, үҙегеҙгә үпкә­ләгеҙ.

Бына шулай бик күңелһеҙ тамамланды һөйләшеү. Баш бухгалтер Айбәк Ирлан улының кабинетынан сыҡҡас, Сәфинә уның янына килеп: “Һеҙҙең отчет ҡот осҡос енәйәткә тиң, уны ҡат-ҡат тикшерҙеләр. Өҫтәүенә, уҙған йылдарҙыҡы... Иң ҡулай юлды күрһәтте хужа: урыны­ғыҙҙы бушатыу хәйерлерәк булыр, минеңсә”, — тине.

Баш бухгалтерҙың башына күҫәк менән һуҡтылармы ни, шаңҡып, секретарға ла, уның эргәһендә өйөрөлөп торған кеше­ләргә лә күтәрелеп ҡарама­йынса, шым ғына сығып китте үҙ юлына...

Көн дә эш урыны һорап мөрә­жәғәт итеүселәрҙе һанай китһәң, бер нисә тиҫтәнән ашыу. Әммә уларҙың береһенә лә иғтибар бирмәне Сәфинә. Әйтерһең, уның ҡулында ат башындай алтын. Килеп эләккән элекке әшнәләшен ҡулдан ысҡындыр­мау ине уйында. “...Үткән хаталарыбыҙҙы ҡа­батламаһаҡ, етеш тормошта, донъя ҡәҙерен белеп, ожмах­тағы һымаҡ көн итербеҙ тағы ла... Тик үҙебеҙҙе аҡтан-аҡ, пактан-пак итеп күрһәтергә генә кәрәк башҡа­ларға...” Татлы хыялдарынан арына алмай аҙап­ланғанда, эш сәғәтенең һуңғы минуттары яҡынлаша ине. Килем-төшөм тураһында уйлаған­да, иҫ киткес, аңлатып булмаҫ­лыҡ кинә­нес солғап ала Сә­финәне. Был юлы ла үҙенең теләген белгертер өсөн хужа­һының кабинетына инеп юғал­ды... Ғәҙәттәгесә, төп ролен йән иреткес һүҙҙәр менән башланы: “Айбәгем, һинән баш­ҡа миңә бер ни ҙә кәрәк түгел, хатта бөтөн донъя ла, ғүмерҙең үҙе лә... ...Һинең өсөн генә яратҡан ризыҡтарыңды әҙерләп алып киләм бит мин... Бына быныһын тәмләп ҡарайыҡ, әлбиттә, коньякһыҙ шыумаҫ”, — тип теле-телгә йоҡмай тәтел­дәне. Ике-өс рюмканан һуң, ары-бире ҡапҡылап, ҡайтыу яғына юлланырмын тигәненсә, ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәй ҡалды һөйәре.

Артабан хужаһының ҡыҙма­са була башлағанын һиҙеп, йәнә тутыйғоштай һайраны Сәфинә: “Тормоштоң тәмен татыр өсөн, ҡәҙерен белергә кәрәк, ҡайһы берәүҙәрҙең ҡулдарында форсат бар, ә улар уны аңламайҙар ҙа, ҡуллана ла белмәйҙәр. Һәр нәмәнең үҙ мәле. Ишелеп килгән премиялар менән эш итергә кейәүең Хөснизанды ҡуш, башы ла инопланетяниндыҡы һымаҡ өйрөлөп-сөйрөлөп тора төрлө яҡҡа, ҡул арты ла еңел...”

Айбәк Ирлан улы: “Ваҡытты а-шыҡ-тыр-ма”, — тине. Һөйәр­кәһе, борғаланып, һырпаланып, йәнә: “Бөтәбеҙ ҙә һәр бойоро­ғоңдо бер төптән үтәргә аш­ҡы­нып торғанда, үҙ баһаңды белеп эш ит”, — тип тәтелдәне. Айбәк: “Теге бухгалтерҙың тиреһе ҡалы-ы-ы-н, риза-лаш-ма-ны”, — тине. Сәфинә: “Онотма: ми­нең төп һөнәрем — психолог. Ундай эштәргә әүәҫлегем дә, тәжрибәм дә етерлек. Ҡал­дыр тешең үтмәҫтәйен миңә...” — тип көлдө. Тегенеһе риза­лығын белгертеп: “Булдыра алһаң, әйҙә, психолог...” — тип ҡуйҙы.

Иртәгәһенә үк баш бухгал­терҙы саҡыртты Сәфинә. Бер төн эсендә ҡобараһы осоп, мәл­йерәп, һурығып ҡалған кәйеф­һеҙ оло ханымға:
— Фекерегеҙ үҙгәрҙеме? — тип һораны.

— Нисек бар шулай ҡалды, — тине, эске борсолоу ҡатыш, сәйерһенеп.

— Зерә... зерә...

– Өс тиҫтә йылдан ашыу эшләү дәүеремдә өтөрҙәй хатам да булманы...

Сәфинә:
— Улайға киткәс, миндә яңылыҡ бар: кисә минең эргәлә эш эҙләп йөрөгән бик күптәрҙе күрҙегеҙ. Эйеме? Ана шуларҙың теленән ишеттем: сумкағыҙға йә кеҫәгеҙгә наркотик төшө­рәсәктәр.

Баш бухгалтер үҙ ҡолағына үҙе ышанмай:
— Тикшереүселәр иҫәр түгел. Ышанмаясаҡтар...

Етди төҫ алып, өҫтән аҫҡа ҡарап, Сәфинә дауам итте:
— Студент, спортсы, берҙән-бер малайығыҙҙың кеҫәһенә эләктерһәләр?..

Ҡәбер тынлығы урынлаш­ты... Баш бухгалтер иҫәңге­рәгәндәй, өнһөҙ бер нисә минут ултырғас, ағарынып, йөрәген баҫып, тауыштары ҡалтырап: “Йә Хоҙай, йә Раббым. Был ниндәй яуызлыҡ... Һеҙгә зәхмәт ене ҡағылдымы әллә? Кеше ышанмаҫтайҙы, артығын ҡыла­наһығыҙ. Килер бер көн — үке­нер­һегеҙ”, — тине. Ауы­райған аяғын саҡ-саҡ һөйрәп, ҡаты көрһөнөп, өҫтәл артына барып ултырҙы ла сараһыҙҙан ҡулына ручка алды...

Әҙәм битлеге

Шунда уҡ оҫталығын, еңеүсе булыуын белгертергә, хужа­һының кабинетына аяғы ергә теймәй осто Сәфинә. Килеп инеү менән күҙҙәренән хаяһыҙ осҡон сәсрәтеп: “Тегенең ҡалын тире­һен иләнем, йомшарттым: баш бухгалтер урыны – кейәүең­деке”, — тине.
— Нисек?! Нисек ризалаш­тырҙың?

— Психолог сере... — Йәнә өҫтәп ҡуйҙы: — Бер уңышыбыҙ икенсеһен, уныһы өсөнсөһөн, артабан улар бер-береһенә ялға­нып, файҙаға файҙа йоҡторһа, беҙҙән дә шәп кеше булмаясаҡ, шулай бит, Айбәгем.

Уныһы:
— Үтә яуаплы эш атҡар­ған­һың, билдәләп үтергә кәрәк, минең молодчинам, — тип ҡо­саҡлап алған булды. Ошондай икәү-ара һөйләшеүҙәр, һый­лашыуҙар, күңел асыуҙар менән аҙналар, хатта айҙар бер-бер артлы уҙып торҙо. Ниндәй генә хисле мөхәббәт һүҙҙәрен ишетмәне хужа һөйәркәһенең ауыҙынан.

Иртән өйөнән эшкә сығып киткән ғаилә башлығы йыш ҡына йә таңға ҡайтты, йә бөтөн­ләйгә ғаиләһен онотто. Йәшәүе тамуҡҡа әйләнә башлағас, донъя­һын, балаларын бәхет сығанағы итеп күргән Айбәктең ҡатыны, үҙ һиҙемләүе буйынса, Сәфинәгә килде. Ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә өлгөрмәне, тегенеһе: “Тыныслан, мин һинең иреңде тартып алырға йыйынмайым. Аҡсаға йөҙөп йәшәп ятыуың кем арҡаһында? Сәғәте, минуты менән өйгә ҡайтыуҙан, аҡса үҙе инеп ятмай ул кеҫәңә... Бала­ларыңды уйла... Ир икмәге иркен... Хужа кеше ҡатын үксәһе аҫтында етәкселек итәме ни?..” – тип мейегә һуғырлыҡ һүҙҙәрҙе бер-бер артлы автоматтан атҡан кеүек һиптерҙе генә...

Бер нисек тә тыныслана алманы хәләле. Секретарҙың һом­ғол буй-һыны, сибәр йөҙө күҙ алдында, ә һүҙҙәре ҡолаҡ төбөн­дә сыңлап тик торҙо. Бер яҡтан дөрөҫ әйтә, икенсе яҡтан, бөтөн­ләй ышанмай ҙа уға. Айбәге ҙур хужа булмағанда, ҡайһылай ҙа икеһенең араһын­дағы мөнәсәбәт фәҡәт тәрән яратыуға, хөрмәткә нигеҙләнгән ине. Йәненән артыҡ күреп ярат­ҡан ире көндән-көн холоҡһоҙ­лана, тыйнаҡһыҙлана бара тү­гелме? Уйҙарынан башы әйлә­неп, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Элек күрмәгән-белмәгән, бер ваҡытта ла килеп йөрөмәгән еренән тиҙерәк сығып ҡасҡыһы килде уның.

Тик, бәхетһеҙлек яңғыҙ йөрө­мәй, тигәндәре дөрөҫтөр. Эргә­һенән шар-шор килеп үтеп барған бер төркөм ҡатын­дарҙың предприятие директоры Айбәк Айзановтың, секретарь Сәфи­нәнең, баш бухгалтер Хөснизан Зарпиевтың ҡылған башбаш­таҡлыҡтары менән интернет селтәрҙәре сыбарланыуы тура­һында бер-береһен уҙышып һөйләүҙәрен ишетте. “...Юҡты һөйләйһегеҙ... Ышанмайым... Көнсөлдәр... Предприятиеның үҫеше өсөн көн-төн эшләгән кешеләр бит улар”, – тип ҡыс­ҡырғыһы килде уларҙың артынан.

Ә аҙна-ун көн үткәс, был хәбәр хәтәр боролош алды: эш­тән алынған элекке баш бухгал­терҙың һәм эштән ҡыҫ­ҡар­тыл­ған хеҙмәткәрҙәрҙең ҡултамға­лары ҡуйылып, юға­рыға яҙыл­ған ялыу буйынса Айбәк Ирлан улынан һорау алыуҙар башланды. Факттар дөрөҫ, әйтерһең дә, грамына тиклем үлсәнелгән, тикшерелгән... Премияларҙы үҙләштереү, һа­лым түләп еткер­мәү, эшселәрҙең хеҙмәт хаҡта­рын тотҡарлау, йәшерен һәм асыҡ бухгалте­рияларҙың иҫәп-хисабы, эш урындарын үҙ мән­фә­ғәтендә файҙаланыу һәм баш­ҡа ҡырын эштәре — барыһы, барыһы ла.

Оҙаҡҡа һуҙылған тикшереү, һорау алыуҙар тамам ялҡытты һәм эшлектән сығарҙы Айбәк Айзановты. Юғарынан килгән тәфтишселәр ҙә үҙ эштәрен тамамлай алмай аҙапланды, сөнки ҡылынған эштәрҙең осо-ҡыры­йы юҡ: бер ялған икенсеһенән, өсөнсөһө дүртенсеһенән йыйыл­ған тау-тау хата. Бер көн шулай, сығырынан-сығып, тәфтиш­се­ләрҙең етәксеһе нәфрәтен тыя алмай, Айбәк Ирлан улына ҡарап: “Хөкөм юлына баҫтырыр был тиклем ауыр гонаһты башы­ғыҙ нисек күтәрер?..” — тине.

Шунда уҡ икенсеһе эләк­тереп алды: “Әҙәм ышанмаҫтай енә­йәт... Күпме аҡсаһыҙ интек­кән ғаиләләр һаны. Ул ғынамы ни? Һанһыҙ баш китер эштәр...” Айзанов ни эшләргә белмәй, тыны ҡыҫылып, урынынан торҙо. Асыҡ һауаға сығырға уйланы, ахырыһы. Әммә шул саҡ кабинетта телефон шылтыраны. Теге остан: “Директор кәрәк ине”, — тинеләр.

— Эйе, тыңлайым, мин — Айбәк Ирлан улы.

“Һеҙҙең өсөн телефонограмма... Бөгөн көндөң икенсе ярты­һында предприятие коллекти­вының дөйөм йыйылышы була. Ул тикшереү һөҙөмтәләренә арнала. Унда урындағы хакимиәт вәкилдәре лә ҡатнаша”, — үҙенә төбәп әйтелгән һүҙҙәрҙе Айбәк Ирлан улы асыҡ ишетте, әммә ниҙәр уйлап өлгөрҙө икән — билдәһеҙ. Тик уның йоҡоһоҙ­лоҡтан йонсоған күҙҙәре, аҡылы зәғиф кешеләй, бер нөктәгә текәлде лә, кипкән ирендәрен ялап, ниҙер әйтергә теләне. Әммә әйләнмәне теле. Аҡ сепрәктәй ағарып, үҙенән-үҙе сереп ҡола­ған ағас тауышы сығарып шың­шыны ла иҙәнгә ауҙы. Ҡапыл тере әҙәм битлеге һыпырылды, йөҙө һүнде...
Таңһылыу ҒӘЙНУЛЛИНА
Фото: Т. Роза
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас в