Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Май 2020, 13:57

Ҡалған балаларын да тартып алғандар

Туймазы ҡалаһында булған үтә ҡырағай хәл тураһында хәбәр иткәйнек инде. 36 йәшлек ҡатын төн уртаһында ағаһының фатирында бала таба һәм уны таң менән сүп-сар контейнерына сығарып ташлай. Кейем-һалым һалынған пакет эсендә илап ятҡан сабыйҙы урам һепереүсе

ир таба ла, тиҙ арала табиптар һәм полиция саҡырта.
Алдараҡ асыҡланыуынса, ул ҡатындың тағы ике бәлиғ булмаған балаһы булған. “Әсәй” балалары һәм ағаһы менән бергә уның фатирында йәшәгән.
Был хәл тураһында билдәле булып, ҡатынды ҡулға алғс, уның ҡалған ике балаһын да тартып алғандар. Әлеге ваҡытта ул балаларҙы махсус учреждениеға ебәргәндәр. Был турала республика прокуратураһы хәбәр итә.
Тәфтиш комитеты был осраҡ буйынса “әсәһе тарафынан яңы тыуған сабыйын үлтерергә теләү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Тикшереүҙең барышы һәм һөҙөмтәһе республика прокуратураһы тарафынан айырым контролгә алынған. Шулай уҡ Туймазы районы буйынса район-ара прокуратура хеҙмәткәрҙәре социаль хәүеф аҫтында ҡалған ғаиләләрҙе контролдә тоторға тейеш булған барлыҡ системаның вәкәләтле кешеләре эшенә баһа бирәсәк.
Фото: Башинфор
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: