Ир бак янына килгәс, бәләкәй генә ҡулды шәйләй. Сабый пакет эсендә ятҡан була. Ир шунда уҡ уны йылы бүлмәгә алып бара һәм табиптар менән полицияны саҡырта. Яңы тыуған бала малай булып сыға.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “ҡайнар эҙҙәр” буйынса әсәй кеше табылған. Ул - ошо ҡаланан 36 йәшлек кеше. Ҡатын бәлиғ булмаған ике балаһы менән ағаһында йәшәй. Күрәһең, өсөнсөһөнә урын табылмаған...
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын сабыйын таңғы сәғәт 4-тә ағаһының фатирында тыуҙырған. Хужа был ваҡытта өйҙә булмаған. Бәпес тыуыу менән “әсәй” унан ҡотолмаҡсы булып, сүп-сар һауытына сығарып ташлаған.
Туймазы районы буйынса тәфтиш бүлексәһе ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Бәпес иһә дауаханала, уның һаулығына бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.
“Ҡатынға ҡарата тәфтиш эштәре дауам итә, уның йәшәү шарттары өйрәнелә, ғаилә ағзаларынан һорау алына, ни өсөн енәйәткә барғаны асыҡлана”, – тинеләр Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.