Даирә
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Май 2020, 22:22

Башҡортостанда «ковидлы» донорҙарға плазма биргән өсөн аҡса түләйҙәр

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «2020 йылда ковидҡа ҡаршы плазма донорҙарына аҡсалата түләү билдәләү тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы.

Йәғни яңы коронавирус инфекцияһынан һауығып сыҡҡандарға аҡса түләйҙәр: 300 миллилитрҙан күберәк – 2500 һум, 450 миллилитрҙан күберәк – 3750 һум, 600 миллилитр – 5 мең һум.
Республика етәксеһе бындай ҡарарҙың Өфө табиптарының коронавирус менән ауырыған пациентҡа һауыҡҡан кешенән плазма ебәргәндән һуң уның ғүмерен ҡотҡарғас һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратынан алғас ошондай ҡарар ҡабул ителеүен аңлатты.
Бынан алда «Башинформ» 14 майға 1784 коронавирус инфекцияһы менән ауырыусының республика дауаханаларында ятыуы тураһында хәбәр иткәйне. Тәүлек эсендә улар 88-гә артҡан. Бөгөн сирлеләр — 1250 кеше, һауыҡҡандар — 518, коронавирустан үлеүҙең яңы осраҡтары хаҡында хәбәр ителмәй (бөтә осорҙа 16 кеше).
Фото Башинформ
Читайте нас в