Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Май 2020, 16:50

Республикала йәшәүселәрҙе «Башҡортостандың һәләтле ғаиләләре» флешмобына саҡыралар

15 май — Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан Республика халыҡ ижады үҙәге «Башҡортостандың һәләтле ғаиләләре» флешмобын башлап ебәрҙе.

Ҡатнашыуға талантлы, социаль әүҙем, халыҡ ижадына ваҡыт бүлергә өлгөргән ғаиләләр саҡырыла. Йыр-бейеүгә оҫта, музыка ҡоралдарында уйнаған йәки биҙәү-ҡулланма ижад менән шөғөлләнгәндәр социаль селтәрҙәге сәхифәләренә ғаиләнең маһирлығын күрһәткән видеороликтар һалырға мөмкин.
Яҙмаларҙа #башҡортостандыңһәләтлеғаиләләре хештегын күрһәтергә кәрәк. Видеороликтарҙың ваҡыты 4 минуттан артмаҫҡа тейеш.
Флешмоб 15 майға хәтлем дауам итә.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: