Уларҙы һәр кемгә йәмәғәт урындарында кейеү мотлаҡ талап һәм һәр кем уны һүҙһеҙ үтәргә тейеш. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 12 майҙан республикала үҙ-үҙеңде изоляциялау тәртибе йомшартылды, шул уҡ ваҡытта битлек кейеү режимы ҡатыраҡ буласаҡ.
Ғөмүмән алғанда, Башҡортостанда битлек кейеү тәртибе 4 майҙан индерелгәйне. Кисәге көндән, 12 майҙан, уны кеймәгәндәр өсөн штрафтар ҙа индерелде. Уларҙың күләме түбәндәгесә: граждандарға бер мең һумдан өс мең һумға тиклем, ҡабаттан боҙған осраҡта өс-биш мең һум тәшкил итәсәк. Вазифалы кешеләр өсөн – 5 - 15 мең һум (ҡабаттан боҙған осраҡта 15 – 30 мең һум). Ойошмалар өсөн 50 – 100 мең һум, ҡағиҙә ҡабаттан боҙолһа, 100 – 200 мең һум күләмендә штраф һалынасаҡ. Граждандарға ҡарата иҫкәртеү сараһы ҡулланылыуы ихтимал.
Өфө кешеләре был йәһәттән “тәртиплерәк”. Халыҡтың күпселек өлөшө битлек тә, бирсәткә лә кейеп йөрөй. Ә бына бәләкәйерәк ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа талаптар насар үтәлә. Шуға күрә иҫкәртәбеҙ: бынан ары район һәм ҡалаларҙа Эске эштәр министрлығы һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары, тикшереүсе органдар вәкилдәре күпләп рейдтар үткәрәсәк. Кемдәр законды боҙа, уларға штраф һалынасаҡ.
Битлек кейеү режимын ҡайһы берәүҙәр штраф һалыу өсөн уйлап табылған ғәмәл тип ҡабул итте. Тик шуны онотмағыҙ: был ябай ғына әйбер һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ҡурҡыныс сирҙән һаҡлаясаҡ. Әгәр кешеләр уны кеймәй икән, республикала киренән коронавирусҡа бәйле хәлдең киҫкенләшеүе һәм яңынан үҙ-үҙеңде изоляциялау режимына күсеүебеҙ ихтимал.
Үҙебеҙ, яҡындарыбыҙ һәм башҡа кешеләр өсөн яуаплыраҡ булайыҡ. Битлек кейеп йөрөйөк!