Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Май 2020, 16:45

Башҡортостанда иң яҡшы 50 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһына 50 мең һум премия тапшырыла

Дөйөм белем биреү ойошмалары һәм дәүләт һөнәри белем биреү ойошмаларының иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары араһында аҡсалата премияға дәғүә итеүгә республика конкурсы дистанциялы уҙғарыла.

Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 50 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһына Башҡортостан Республикаһы мәғарифы үҫешенә мөһим өлөш индергән һәм һөҙөмтәле һөнәри эшмәкәрлеге өсөн 50 мең һум күләмендә премия тапшырыла.
Республика конкурсында ҡатнашыу өсөн документтарҙы 2020 йылдың 25 майына тиклем Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының электрон адрестарына ебәрергә кәрәк:
башҡорт теле уҡытыусылары өсөн – [email protected] (Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы);
рус теле уҡытыусылары өсөн – [email protected] (Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының филологик белем биреү кафедраһы).
Тулыраҡ мәғлүмәт менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: