Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Май 2020, 17:21

Тупһаң таҙамы?

Тупһаң, иҙәнең таҙа торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы булһын, өҫтәлең тулып йыуылмаған һауыт-һабаң ултырмаһын, шул сағында йортоңа бәрәкәт һәм муллыҡ килер, тип әйтер ине өләсәйҙәр. Бөгөн был һүҙҙәрҙе ҡайһы бер хужабикәләр аңлап та бөтмәйҙер, сөнки иҙәндәргә хәҙер нимә генә йәйелмәгән. Шулай ҙа таҙа иҙән һәр хужабикәнең йөҙө икәнлеген онотмайыҡ.

Өйөң таҙа булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? Өй йыйыштырыуҙы еңелләштереү һәм ҡиммәтле паркеттың да, арзан ковролиндың да ғүмерен оҙайтыу саралары бар.
Иҙәнгә паркет түшәлһә, уны йыумаҫҡа, ә даими рәүештә һеперергә һәм балауыҙ пастаһы менән ышҡып торорға тәҡдим итәләр. Әгәр таҡта иҙән ныҡ тапалған булһа, башта уны бысаҡ менән епсәләре йүнәлешендә ҡырырға ла, техник спирт һөрткәс, махсус паста һыларға кәрәк. Паста тулыһынса кибеп бөткәс, иҙәнде ышҡып ялтыратырға мөмкин. Уны ҡайнар һыу менән йыумағыҙ, ағастың структтураһы боҙола.
Әгәр инде иҙәгегеҙгә линолеум йәйелгән булһа, уны һабын һәм йылы һыу менән йыуығыҙ. Таптарын губка ярҙамында бөтөрөгөҙ, әммә ныҡ ышҡымағыҙ.
Ковролин йәйелгән булһа, бер аҙ мәшәҡәтлерәк инде. Сөнки ул урамдан ингән бөтә бысраҡты үҙенә йыя, шуға күрә йыш таҙартып торорға кәрәк. Туҙан һурғыс менән һәйбәт итеп таҙартҡандан һуң, йылы һыу һәм кер порошогы менән таптарын ышҡып сығырға кәрәк. Ковролинды тышта елләтеү бигерәк тә яҡшы - ҡояш нурҙары микробтарҙы юҡ итәсәк.
Шулай ҙа иң еңеле һәм рәхәте - ағастан һалынып, буялған иҙәнде йыуыу. Уны теләгән ваҡытта һыулап та, ҡоротоп та йыуырға мөмкин, кәрәк ваҡытта тиҙ генә һөртөп алырға ла була.
Иҙәндәрегеҙ таҙа булһын, күңелегеҙ һәр саҡ күтәренке булһын!

Фото:Т.Роза
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: