Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Май 2020, 14:18

Түләүҙәрҙе кемдәр аласаҡ?

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында кисә ил Президенты Владимир Путиндың мөрәжәғәтендә әйтелгән балалы ғаиләләргә ярҙам төрҙәре буйынса һөйләшеү булды.

3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә бер тапҡыр 10 мең һум түләнәсәк тиелгәйне унда. Башҡортостанда был ярҙамды 700 меңдән ашыу бала аласаҡ. Бының өсөн ете миллиард һум бүленә. Был түләүҙе алыр өсөн килем һәм башҡа күрһәткестәр иғтибарға алынмай, ярҙам һәр балаға күрһәтеләсәк.
Әлеге түләүҙе алыу өсөн ғариза 1 октябргә тиклем ҡабул ителәсәк, шуға күрә бөгөндән үк ашығыу кәрәкмәй. Ғаризалар иһә бөгөндән ҡабул ителә башлаясаҡ. Был турала Хөкүмәт вице-премьеры Ленара Иванова белдерҙе.
Түләүҙе алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза бирергә кәрәк, унда кәрәкле мәғлүмәт һәм аҡса күсереләсәк иҫәп күрһәтелергә тейеш. Шулай уҡ йәшәгән урын буйынса Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә була. Түләүҙе Пенсия фондының территориаль органы 2020 йылдың июненән башлап башҡарасаҡ.
Башҡа ярҙам төрҙәре лә ғәмәлдә буласаҡ. Быға тиклем Владимир Путин, өс йәшкә тиклемге балалары һәм әсәлек капиталына хоҡуғы булған ғаиләләр өс ай дауамында бишәр мең һум аласаҡ, тигәйне. Был ярҙам төрөндә бер ни тиклем сикләүҙәр бар ине, тейешле ваҡыттан һуңыраҡ тыуғандар уға дәғүә итә алмай ине. Хәҙер бөтә ғаиләләр ҙә уны аласаҡ. Шулай уҡ әсәлек капиталына хоҡуғы булмағандар ҙа был ярҙамға дәғүә итә. Тағы бер сара: ата-әсәләрҙең береһе йә икеһе лә эшен юғалтҡан осраҡта, уларҙың бәлиғ булмаған һәр балаһы өсөн өс ай дауамында (апрелдән июнгә тиклем) өсәр мең һум түләнә. Йәнә бер ярҙам: балалар пособиеһы 3375 һумдан ике тапҡырға артасаҡ.
Алдараҡ белдерелгән сара – өс йәштән ете йәшкә тиклемге аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр 1 июндән был пособиены юллай аласаҡ. Улар ай һайын 5,5 мең һум аласаҡ. Шуныһы, аҡса йыл башынан килгән осор өсөн йыйылып бирелә. Һәм июндә бер бала өсөн ғаилә шунда уҡ алты айҙың аҡсаһын, тимәк 33 мең һум самаһы аласаҡ. Артабан 5,5 мең һум кимәлендә түләү дауам итәсәк.
Радий Хәбиров был йәһәттән бик тиҙ эшләргә ҡушты. Кешеләр ниндәй ярҙамға дәғүә иткәнен ныҡлы белергә һәм был түләүҙәрҙе алырға тейеш.
– Халыҡ властан аныҡ ярҙам һорай ине. Кисә ил Президенты Владимир Путин ул ярҙамды бирҙе. Түләүҙәрҙең тап балалы ғаиләләр өсөн булыуы бик һәйбәт. Кешеләр ул ярҙамға хоҡуҡтары тураһында, аҡсаны нисек алырға икәнен белергә тейеш, барыһын да аңлатығыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Бөгөндән социаль органдар брифингтар үткәрә һәм кешеләргә аңлатыу эштәрен башлаясаҡ.
Фото: Валерий Шахов
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в