Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Май 2020, 17:08
Радий Хәбиров кемдәр өсөн изоляция режимының ғәмәлдә ҡалыуын әйтте
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров кемдәр өсөн изоляция режимының ғәмәлдә ҡалыуын әйтте.
Тәү сиратта сирлеләр менән бәйләнештә булғандар, «дауахананан тыш пневмония» диагнозы ҡуйылғандар, шулай уҡ ОРВИ билдәләре булған 65 йәштән өлкәндәр һәм улар менән бергә йәшәгәндәр өсөн мотлаҡ изоляция режимы һаҡлана.
Республика башлығы һүҙҙәренсә, улар – унар меңләгән кеше.
Шулай уҡ хроник сирҙәр менән яфаланғандар, сит дәүләттәрҙән, Мәскәүҙән һәм башҡа төбәктәрҙән ҡайтҡандар, Башҡортостандың социаль учреждениеларында йәшәгәндәр изоляция режимын үтәргә тейеш.
«65 йәштән өлкәндәрҙе киске сәғәт 6-нан таңғы 6-ға тиклем йәмәғәт урындарына барыуҙан тыйылыуҙарын һорайбыҙ. 17 йәшкә тиклемгеләргә лә киске сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 2-гә тиклем урамға сығырға ярамай. Шул рәүешле беҙ ағымдарҙы бүләбеҙ, был ваҡытта балалар өйҙә ултырырға һәм уҡырға тейеш. Был норма уҡыу йылы тамамланғансы — 22 һәм 29 майға хәтлем ғәмәлдә», — тине Радий Хәбиров.
Фото: Валерий Шахов
http://www.bashinform.ru/bash/1449204/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: