Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Май 2020, 14:09

Май ямғырлы икән...

Республика биләмәһендә ямғырлы, һалҡынса көндәр башланды. Бөгөн, 12 майҙа, көндөҙгө һауа температураһы +13 градус тирәһендә тирбәләсәк. Иртәгә

аҙыраҡ йылыта (+19 градус), әммә ямғырҙар аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк. Ғөмүмән, май аҙағына тиклем яуым-төшөм мул ғына буласаҡ, тип күҙаллай синоптиктар. Ғәҙәттә, халыҡ һынамыштары буйынса бындай һалҡынса, йонсоу көндәр муйыл сәскә атҡан мәлдә йыл да ҡабатлана.
Кешеләр быйылғы июнь аномаль эҫе, ҡоро булыр, тип хәүефләнә, әммә синоптиктарҙың фаразы был күҙаллауға тура килмәй. Июндә иң эҫе көндәрҙәге һауа температураһы +24...+26 градустан артмаясаҡ, яуым-төшөм арыу уҡ буласаҡ, ти улар.
Ә бына быйылғы июль, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, бер аҙ һалҡыныраҡ буласаҡ, тиелә.
Фото: Т.Роза.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: