Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Май 2020, 20:07

Кешелек сәләмәтлеген нимә көтә?

Әгәр ҙә пациент коронавирустың ауыр формаһын үткәрһә, уның үпкәһе бәләкәсәйә, мейе эшмәкәрлеге хөртәйә, тип белдерә табиптар.

Йәш кешеләр марафонда йү­герә алмаясаҡ, ә олораҡ­тарҙың тыны ҡыҫыласаҡ, был бигерәк тә баҫҡыстан күтәрелгәндә һиҙе­ләсәк. Әммә һүҙ барыһы хаҡын­да ла түгел: был коронавирустың ауыр формаһын үткәргәндәргә ҡағыла. Улар араһында шулай уҡ неврологик билдәләр ҙә күҙә­телә. Мәҫәлән, оло йәштә­ге­ләрҙең аңы буталыуы, ориен­тирҙы юғалтыуы кеүек осраҡтар теркәлгән. Сирлеләр дауахананан сыҡҡас та хәлһеҙлек һаҡла­ныуын, баштың томанланып тороуын билдәләй. Биологтар әйте­үенсә, сирҙең ошондай эҙемтәләре ни тиклем оҙаҡ һаҡланырын әлегә әйтеп булмай.

Америка ғалимдары иһә, коронавирус менән сирләгән ке­шеләр бәғзе психоневрология сирҙәренә дусар булыуы ихтимал, тип белдерә.
Әле быға тиклем булған тик­шеренеүҙәр күрһәтеүенсә, пандемиялар донъяға төрлө тайпылыштар килтерә: энцефалопатия, психоз, нервы-мускул дисфункцияһы һәм башҡалар.

COVID-19 стресс булдырған ҡеүәтле факторҙарҙың береһе булып тора. Кеше сирҙән, үлем­дән, билдәһеҙлектән ҡурҡа. Тап ошо кисерештәр башҡа ауы­рыуҙарҙы ҡуҙғытыуы ихтимал. Тикшеренеүҙәр күрһә­те­үенсә, XVIII һәм XIX быуаттарҙағы киҙеү (грипп) пандемияларынан һуң психоневрологик ауырыуҙарҙың артыуы, 1918 йылдағы “испанка” эпидемияһынан һуң летаргик энцефалиттың йышайыуы теркәлгән.
Унан тыш, атипик пневмония (SARS), сусҡа киҙеүе һәм Яҡын Көнсығыш респиратор синдромы (MERS) эпидемияларынан һуң нарколепсия, энцефалит, Гийен-Барре синдромы һәм башҡа нервы-мускул патологияларының артыуы теркәлгән.

COVID-19-ҙан һуң кешелектең психоневрологик сәләмәтлеге ниндәй булыр – әлегә билдәһеҙ. Уларҙың оҙаҡ йылдар дауамында үҙ-үҙен белгертә барыуы ихтимал.

Мәғлүм булыуынса, быйыл 11 мартта Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһы таралыуын “пандемия” тип атаны. Донъяла сирләгәндәрҙең һаны өс миллиондан артты, йөҙәр меңдәрсә кеше вафат булды.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Фото Башинформ
Читайте нас: