Аҙаҡ асыҡланыуынса, Нуриман районында йәшәгән ир "УАЗ" машинаһына идара итеп, Благовещен – Павловка – Эманин автомобиль юлының 15-се километрында ни сәбәптәндер транспортҡа идара итә алмай, оло юлдан сығып китә. Машина түңкәрелә.
Авария һөҙөмтәһендә водителдең атаһы фажиғә урынында уҡ йән бирә. Был көн ғаиләнең ике кешеһен яҡты донъянан алып китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡурҡыныс аварияла тере ҡалған водитель атаһының үлемен кисерә алмай. 37 йәшлек ир үҙ-үҙенә ҡул һала.
Әле аяныслы ваҡиға буйынса тикшереү эше бара, уның сәбәптәре асыҡлана. Был ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.