

Был турала ишеткәс тә, уларҙың үҙҙәре менән танышыр өсөн юлға сыҡтыҡ.
- 2024 йылдың июнендә үҙ теләгем буйынса Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Тыуған илебеҙ һағына баҫтым. Сентябрь айында ауыр яра алдым. Оҙаҡ ҡына дауаланыу курсы үттем. Тән йәрәхәттәре эҙһеҙ ҡалманы, хәрби хеҙмәттән бушатылырға мәжбүр булдым. Элек Себер тарафтарына вахта менән йөрөп эшләнем. Йәрәхәтләнгәндән һуң сәләмәтлек буйынса эшләп булманы. Әле бына уңыш йыйырға кеше етмәгәс, ярҙам итергә сыҡтым. Әлеге ваҡытта комбайн менән иген йыябыҙ, - тип ҡыҫҡаса ғына таныштырҙы үҙе менән Илнур Ғиззәтуллин.
Яугир ғаиләһендә өс ул тәрбиәләп үҫтергән. Уртансы улы бөгөнгө көндә Ватан алдында хәрби бурысын үтәй.
Илнур Әлфәт улы менән бергә тағы бер махсус хәрби операция ветераны – Руслан Саҙиҡов эшләй.
Руслан Нурислам улы өлөшләтә мобилизация башланыу менән махсус хәрби операцияға алына. Яуҙа ҡаты яраланыу сәбәпле ул да хәрби хеҙмәттән азат ителгән. Ғаиләһендә өс бала тәрбиәләгәндәр, өс ейән-ейәнсәре бар.
Шулай итеп, “Гиз” һәм “Садык” позывнойлы яҡташтарыбыҙ яу яланын үтеп, ауыр йәрәхәттәр алып ҡайтһалар ҙа, тик ятмайҙар, иген баҫыуын иңләйҙәр.
Беҙ килгәндә улар Яңы Ҡыйышҡы ауылында урынлашҡан гараж янындағы комбайндары эргәһендә ине.
- Беҙ әле махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Радик Йөҙлөкбаевтың крәҫтиән-фермер хужалығында эшләйбеҙ. Бөгөн уның эшен ҡатыны Зарина дауам итә. Ҡыйыу яҡташыбыҙҙың эшен дауам итеүсегә ярҙам итергә ихлас риза булдыҡ һәм быны изге бурысыбыҙ тип һанайбыҙ. Әле бына ысыҡ кипкәнен көтәбеҙ, шунан эш башлайбыҙ. Буш ваҡытта тик тормайыҡ тип, комбайндарҙы ҡараштырып алырға булдыҡ. Ысыҡта йыйһаң иген һыулы була, шуға көтөп тороуың яҡшыраҡ, - ти МХО ветерандары.
Яуҙа яуҙаш, тыныс хеҙмәттә хеҙмәттәш булған яҡташтарыбыҙҙың изге эштәрендә тик уңыштар ғына юлдаш булһын һәм донъябыҙҙа тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.