Даирә
+23 °С
Облачно
Барыһы ла Еңеү өсөн
11 Сентября , 05:57

Ғорурланырлыҡ ил улдары бар

Ҡырмыҫҡалы ауылынан Радмир Әминев та ата-бабалары, ағайҙары кеүек үк лайыҡлы рәүештә ил алдындағы изге бурысын үтәй.

Ғорурланырлыҡ ил улдары барҒорурланырлыҡ ил улдары бар
Ғорурланырлыҡ ил улдары бар

Элек-электән Ватанға хеҙмәт итеү сауаплы ғәмәлдәрҙән һаналған. Ата-бабалары, ағайҙары кеүек үк бөгөнгө быуын егеттәре лә лайыҡлы рәүештә ил алдындағы изге бурысын үтәй.

Ҡырмыҫҡалы ауылынан Радмир Әминев ябай ауыл малайы. Ул Эльмира һәм Руслан Әминевтарҙың күп балалы ғаиләһендә донъяға ауаз һала. Ата-әсәһенең, яҡындарының ҡыуанысы, таянысы, ғорурлығы була. Бәләкәйҙән тырыш, эшкә әрһеҙ булып үҫә. Атаһы янында йөрөп, техника менән ҡыҙыҡһына, уның бөтә нескәлектәрен өйрәнә. 13 йәштән гаражда үҙ аллы техника ремонтлай.
Радмир урындағы С.М.Чугункин исемендәге мәктәптә белем ала. Тырышып уҡый, класташтары менән дуҫ-татыу булалар. Мәктәпте уңышлы ғына тамамлаған егет Ауырғазы күп профилле колледжының урындағы Ҡырмыҫҡалы филиалына уҡырға килә. Уҡыу йортонда ла һынатмай егет, мәктәп предметтарын ғына өйрәнеп ҡалмай, ә үҙе һайлаған һөнәр буйынса – ауыл хужалығы производствоһы мастеры факультетында төплө белем ала.
Радмир 2024 йылда яҙғы саҡырылыш кампанияһы сиктәрендә армияға алына. Силәбе өлкәһе Сыбаркүл ҡалаһында урынлашҡан 90-сы гвардия танк дивизияһы составындағы 80-се танк полкында хеҙмәт итә. Тырыш, мыҡты ауыл малайына хеҙмәт еңел бирелә. Ул тәүге көндән үк үҙен ҡыйыу һәм ышаныслы һалдат итеп күрһәтә.
Рәсәйҙә армияға саҡырылған егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнашмай, тиһәләр ҙә егет аңлы ҡарар ҡабул итеп, үҙ теләге менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. “Кедр” 1642-се айырым мотоуҡсылар батальонында пулеметсы булып хеҙмәт итә. Хеҙмәт итеү осоронда яугир етди һынауҙар үтә, тормош тәжрибәһе туплай, рухи яҡтан да нығына. Һуғыш яланында тәжрибәле яугирҙәр менән бер рәттән дошманға ҡаршы тора.
- Башта ҡурҡыныс булды. Хәҙер инде һуғыш шарттарында йәшәргә лә, хәрби бурысты тейешенсә башҡарырға ла өйрәндек, - ти ул.
Яҡташыбыҙ райондаштарының ярҙамын тойоп хеҙмәт итә. Яугир яҡташтарына ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт белдерә.
- Блиндажды йылытыу­сы һәм яҡтыртыусы окоп шәм­дә­ре, браслеттар, йыуыныу кәрәк-­яраҡтары, беҙгә көс биреүсе тыуған яҡ ризыҡтары йыш килеп тора. Бигерәк тә үҙем уҡыған С.М.Чугункин исемендәге мәктәптән алған гуманитар ярҙам күңелгә май булып ята. Бер туған ҡустым уҡыған кластан бик күп хат алдым. Уҡыусыларҙың яҙған хаттары бик мөһим һәм көтөп алынған ҡәҙерле хаттар, - ти яугир.
Әлбиттә, яугир егеттәргә ярҙам итеү – барыбыҙҙың да изге бурысы. Уҡыусыларҙың күңел йылыһын һалып яҙған хаттары үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән һәр һалдатҡа рух ныҡлығы, көс-ҡеүәт өҫтәй.
Йәш, ҡыйыу яугир яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн икенсе дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән билдәләнгән.
Бөгөнгө көндә Радмир хәрби бәрелештәр ваҡытында алған яраларын төҙәтә, реабилитация үтә.
Барлыҡ егеттәребеҙгә тыуған йорттарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын, ата-әсәләрен, яҡындарын тик яҡшы хәбәрҙәр менән генә ҡыуандырһындар.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар бу­йынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел ра­йондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас